Һеҙ хеҙмәтсәндәрҙең хоҡуҡтарын яҡларға ярҙам итәһегеҙ, хеҙмәт мөнәсәбәттәрен камиллаштырыуҙа һәм социаль партнерлыҡты нығытыуҙа әүҙем ҡатнашаһығыҙ. Шулай уҡ ҡатмарлы һорауҙарҙы һәм киҫкен мәсьәләләрҙе хәл итәһегеҙ, коллективтар берҙәмлеге өсөн көрәшәһегеҙ. Был еңел булмаған эшегеҙҙә тик уңыштар насип булһын.
Барлыҡ профсоюз хеҙмәткәрҙәренә ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйем! Хеҙмәтсәндәр хаҡына эшмәкәрлегегеҙ һөҙөмтәле булһын.