Ашҡаҙар
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
13 Ноябрь 2019, 13:25

Республикала төньяҡ-көнсығышты үҫтереү буйынса форум-сессия уҙғарыла

6 декабрҙә «Янғантау» шифаханаһында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышын үҫтереү буйынса II Төбәк-ара форумы уҙғарыла.

Сәнәғәт министрлығы белдереүенә ярашлы, бөгөнгә сараның көн тәртибе пленар ултырышты, республика башлығы ҡарамағындағы Инвестиция советы ултырыштарын, ауыл хужалығын, урман сәнәғәте тармағын һәм туризмды үҫтереү мәсьәләләре буйынса өс тематик түңәрәк өҫтәлде үҙ эсенә ала.
Шулай уҡ ҡул ҡуйыу күҙалланған килешеүҙәр исемлеге төҙөлгән. Улар – төбәк-ара һәм муниципаль-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү, инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса ниәттәр тураһында документтар, шулай уҡ ауыл хужалығын үҫтереү йәһәтенән предприятиелар менән килешеүҙәр.
Үҫеш корпорацияһы Салауат районы биләмәһендә индустриаль парк булдырыу хаҡында килешеүҙәрҙе ҡул ҡуйыуға әҙерләй.
Форум барышында төньяҡ-көнсығыш райондарҙың етештереүселәре менән «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» күргәҙмәһе ойошторола.
Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышы иҡтисади яҡтан иң ҡатмарлыларҙың береһе булып тора. Һуңғы йылдарҙа республика хөкүмәте уны үҫтереүгә стимул биреү өсөн көс һала. «Республиканың 100 йыллығына – 100 объект» программаһының иң ҙур проекты – хаҡы 4 миллиард һумлыҡ Ҡариҙел йылғаһы аша күпер. Күпер төньяҡ-көнсығышты республика үҙәге, федераль трассалар, тимер юлы һәм йылға порттары менән тоташтырасаҡ юлдың бер өлөшө булып тора.
Башинформ.
Читайте нас: