Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа ике делегация осрашыуы уҙҙы. Башҡортостан парламенты рәйесе Константин Толкачев ҡануниәт өлкәһендә бергәләп эшләүҙе айырым билдәләп үтте.
Осрашыуҙа ике республика парламенты араһында хеҙмәттәшлек итеү тураһында меморандумға ҡул ҡуйылды. Татарстан Дәүләт Советы рәйесе Фәрит Мөхәмәтшин был килешеүҙең мөһимлегенә баҫым яһаны.
Башҡортостан һәм Татарстан парламенттары араһында хеҙмәттәшлек тураһында тәүге килешеүгә 1997 йылда ҡул ҡуйыла.