13 ноябрҙән ведомствоға Алан Марзаев етәкселек итә.
Алан Марзаев 1973 йылда Төньяҡ Осетияла тыуған. Facebooke селтәрендәге сәхифәһенән күренеүенсә, ул иҡтисадсы белемен алған, Рәсәй Федерацияһы президенты хакимиәте, быйыл сентябрҙән алып Башҡортостан башлығы кәңәшсеһе булып тора. Һуңғы эш урыны – Мәскәү өлкәһе Домодедово ҡалаһы буйынса Федераль һалым хеҙмәте инспекцияһы етәксеһе. Өйләнгән, дүрт балаһы бар.
Юл хужалығы идаралығының элекке етәксеһе — Өфө хакимиәтенең экс-чиновнигы Денис Петраковский был вазифала теүәл ике йыл эшләне.
Юл хужалығы идаралығы — юл инфраструктураһы объекттарын төҙөү, реконструкциялау һәм ремонтлау буйынса дәүләт заказсыһы.