Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
15 Ноябрь 2019, 18:00

Өфөлә 1 миллиард һумға поликлиника төҙөү өсөн яңы аукцион иғлан иттеләр

Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы поликлиникаһын төҙөү өсөн яңы аукцион иғлан иттеләр.

Тейешле порталда дәүләт һатып алыуҙары ошо хаҡта һөйләй. Унда 1 миллиард һумға яңы корпус һалыу буйынса документтар яңыртылған. Алты ҡатлы бинаны 2021 йылдың ноябрендә сафҡа индереү күҙаллана.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда аукционды һайлап алыу процедураһында ҡатнашҡан компания отҡайны. Рәсәйҙең Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәте аукцион йомғаҡтарын юҡҡа сығарғас, Өфөнөң «Дортрансстрой» предприятиеһы төҙөлөшкә кире яуап алды.
Читайте нас: