Ашҡаҙар
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
15 Ноябрь 2019, 20:00

Өфөлә 47 күп балалы әсә «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

#әсәлек даны #күп балалы әсәләрБашҡортостанда бөгөн 47 күп балалы әсә республиканың беренсе вице-премьеры Андрей Назаров ҡулынан «Әсәлек даны» миҙалын алды. Награданы республика башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса тапшырҙылар.

«Һеҙҙең һәр берегеҙ биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләй. Был – ысын ҡаһарманлыҡ. Тәүлек әйләнәһенә, көн һайын балаларығыҙ тураһында хәстәрлек күрәһегеҙ, барыһына ла лайыҡлы тәрбиә өлгөһө күрһәтәһегеҙ», — тине Андрей Назаров һәм Башҡортостан етәксеһенең «сентябрь» указында республикала халыҡ һанын 4 миллион 100 мең кешегә тиклем еткереү бурысы ҡуйылғанын хәтергә төшөрҙө [әле яҡынса 4 миллион 51 мең кеше].
Республика хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары һүҙҙәренсә, властарҙың бурысы балалар баҡсалары, дауаханалар, мәҙәниәт йорттары һәм спорт объекттары төҙөүгә,табиптарға һәм уҡытыусыларға ҡытлыҡты бөтөрөүгә ҡайтып ҡала.
«Дөйөм алғанда, республикала йәшәүе уңайлы, Башҡортостанды Рәсәйҙә иң күркәм төбәктәрҙең береһе итеү өсөн биш йылда 700-ҙән ашыу социаль объект төҙөргә тейешбеҙ», — тине Андрей Назаров.
Шуны билдәләп үтәйек: хәҙер Башҡортостанда 50 меңдән ашыу күп балалы әсә йәшәй. Улар бөтәһе 160 меңдән күберәк бала тәрбиәләй. «Әсәлек даны» миҙалы 1998 йылда булдырылған, шунан алып ул 7919 ҡатын-ҡыҙға тапшырылған.
Читайте нас: