Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
18 Ноябрь 2019, 19:30

Чиновниктар туризмын бөтөрөргә ваҡыт: республикала «Эшлекле календарь-2020» төҙөлдө

Башҡортостандың Сәнәғәт һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы 2020 йылға «Эшлекле календарь» өҫтөндә эште тамамлай.

Уға 300 сара, шул иҫәптән Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты әҙерләгән ваҡиғалар календарынан, һәм 89 сәнәғәт күргәҙмәһе индерелгән, тип хәбәр итте республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә ведомство башлығы һәм вице-премьер Рөстәм Моратов.
Ундағы ваҡиғаларҙың өстән ике өлөшө сәнәғәт һәм инвестициялар өлкәһенә ҡағыла. Ҡалғандары — спорт һәм туризм (шул иҫәптән конгресс), агросәнәғәт комплексы һәм сауҙа, һаулыҡ һаҡлау, экология, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, мәғариф, фән һәм мәҙәниәт өлкәһендәге ваҡиғалар.
Республиканың һигеҙ вәкиллеге икешәр сара уҙғара (тыуған яҡта һәм эшләгән илдә).
Календарь власть органдарының һөҙөмтәле эшләүе өсөн кәрәк, тип билдәләне Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров. «Әйткәнемсә, үҙебеҙҙең йәлеп итеүсәнлекте күрһәтеү өсөн ике-өс йыл һәр ерҙә лә әүҙем булырбыҙ. Быны грамоталы итеп эшләү мөһим. Чиновниктар туризмын бөтөрөргә ваҡыт. Һәр сәфәр буйынса отчет бирергә кәрәк, бының өсөн формат индерелә. Ә бер йылдан ошо сәфәр буйынса һөҙөмтәләрҙе тикшерербеҙ – улар булмаһа, тимәк, башҡаса был форумдарға йөрөргә кәрәкмәй», — тип хәл итте Хәбиров.
Читайте нас в