Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
18 Декабрь 2019, 16:30

Өфөнөң Аврора урамында 446,5 миллион һумға балалар спорт комплексы төҙөлә

Ике йылдан Өфөнөң Аврора һәм Батыр урамы тирәһендә 446,5 миллион һумға гимнастика буйынса балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә.

Башҡортостандың капиталь төҙөлөш идаралығы «Дортрансстрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән спорт комплексы һалыу өсөн 446,5 миллион һумлыҡ килешеү төҙөй. «Дортрансстрой» дәүләт заказсыһы аукционында ҡатнашты һәм контракттың башланғыс хаҡын 17,5% кәметергә тәҡдим итте. Тәүҙә ул 541,27 миллион һум ине.
Объекттың дөйөм майҙаны 8,5 мең квадрат метрҙан ашыуыраҡ була. Шул иҫәптән яҡынса 7 мең квадрат метрын — физкультура-һауыҡтырыу комплексы, 1,1 меңен ҡунахана биләйәсәк, тип хәбәр итә РБК.
Әҙер объектты 2021 йылдың 30 ноябренә тапшырыу ҡаралған.
Спорт гимнастикаһы үҙәге тренажер залын, халыҡ-ара ярыштар өсөн сертификациялы ярыш залын, ҡунаҡхананы һәм реабилитация үҙәген үҙ эсенә алырға тейеш.
Башинформ.
Читайте нас: