Мәскәү белгестәрен Өфөләге метро проекты ла ҡыҙыҡһындыра. Баш ҡала рельефын иҫәпкә алып, ер өҫтө метроһын төҙөү отошлораҡ күренә, тип иҫәпләй эксперттар.
Сит ил вәкилдәре лә энергетика менән ҡыҙыҡһына. Испания компанияһы йылылыҡ электр үҙәктәре төҙөүҙә ҡатнашырға һәм альтернатив энергетика проекттарын тормошҡа ашырырға теләй. Овиедо ҡалаһынан ойошма етәксеһе Алехандро Абеллан Алеман да килгән был сараға.
“Башҡортостан саҡыра!” форумында Европа һәм Азия илдәренән 500-ҙән ашыу вәкил ҡатнаша. Төштән һуң йыйындың пленар ултырышы үтә. Бөгөн “Асыҡ студия” тапшырыуы ла инвестиция форумында күтәрелгән мәсьәләләргә арнала. Программа 18 сәғәт 15 минутта башлана. Тура эфир телефоны: 285-77-85.