Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
22 Декабрь 2019, 11:05

Яҡтылыҡ һәм йылылыҡ – һеҙҙән

Хөрмәтле энергетика тармағы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандар! Һөнәри байрамығыҙ – Энергетиктар көнө менән ҡайнар ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ!

Бөгөн тормошто энергияһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Беҙ көн һайын ҡулланған яҡтылыҡ, йылылыҡ, электр – энергетиктарҙың көсөргәнешле хеҙмәт һө-ҙөмтәһе ул. Йортобоҙҙағы йәм һәм уңайлылыҡ, ҡала предприятиеларының өҙлөкһөҙ эшләүе – һеҙҙең хеҙмәт емеше.
Рәхмәт һеҙгә намыҫлы хеҙмәтегеҙ, эшкә яуаплы һәм һөнәри ҡарашығыҙ өсөн. Ошо тармаҡ ветерандарына айырым рәхмәт белдерәм, сөнки уларҙың тынғыһыҙ эштәре һәм тәжрибәләре ҡала объекттарының электр энергетикаһы нигеҙе булып тора.
Һеҙгә ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм һөнәри уңыштар теләйем!
Ихтирам менән,
Владимир КУЛИКОВ, ҡала хакимиәте башлығы.
Читайте нас: