Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
23 Декабрь 2019, 14:25

Республика буйлап «Еңеү» марафоны атлай

Киләһе йыл илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләй.

Ошо уңайҙан бер ай элек Өфөлә республика кимәлендәге «Еңеү» марафонына старт бирелде. «Еңеү салюты» халыҡ ижады фестивале сиктәрендә барған акция Баймаҡ районына ла килеп етте. Урал аръяғы халҡы эстафетаны Шишмә районынан ҡабул итеп, тантаналы шарттарҙа Белорет районына тапшырҙы.
Тантана Бөйөк Ватан һуғышында башын һалыусылар иҫтәлегенә асылған мемориаль комплексҡа гөлләмәләр һалыуҙан башланды. Бөйөк Еңеүҙе һәм мәңгелек утты һынландырған капсулалар «Еңеү салюты» республика халыҡ ижады фестиваленең төбәк этабында ҡатнашыусы Белорет, Әбйәлил, Хәйбулла, Йылайыр һәм Сибай ҡалаһынан вәкилдәргә тапшырылды. Еңеү марафонын баймаҡтарҙан Белорет районынан ҡунаҡтар ҡабул итеп алды.
Баймаҡ халыҡ ижады үҙәге умартаны хәтерләтә. Еңеү марафонының икенсе өлөшө тап бында үтте. Белорет, Әбйәлил, Хәйбулла, Йылайыр һәм Сибай ҡалаһы вәкилдәре урындағы халыҡ алдында Бөйөк Еңеүгә арналған концерт менән сығыш яһаны.
Һуңғы йылдарҙа һәр йылдың исеменә ярашлы фестиваль-эстафеталарҙың ойошторолоуы район-ара халыҡтарҙы дуҫлаштырып ҡына ҡалмай, йылдың исемен, уның әһәмиәтен тулыраҡ асырға ярҙам итә. Баймаҡтарҙан белореттар ҡулына күскән Еңеү штандарты Стәрлетамаҡ ҡалаһына тапшырылды.
Читайте нас: