Осоштарҙы «Азимут» авиакомпанияһы башҡара. Самолет Өфөнән дүшәмбе урындағы ваҡыт буйынса киске сәғәт 7 тула 20 минутта юлға сыға.
2 апрелдән икенсе рейс асыла. Осоштар кесе йома урындағы ваҡыт менән киске 8 тула 25 минутта башҡарыла. Өфөнән Ереванға тиклем араны үтеү өсөн 2 сәғәт 50 минут кәрәк.
«Азимут» — «Платов» аэропортының төп авиакомпанияһы. Паркта — SSJ-100 «Сухой Суперджет 100» һауа суднолары.