Проект менән «Садовое кольцо» компаниялар төркөмө (Красногорск ҡалаһы, Мәскәү өлкәһе) эксперты Николай Шленцов таныштырҙы.
Инвесторҙар хәҙерге тау саңғыһы үҙәге биләмәһендә Рәсәйҙә йылына 500 меңгә тиклем туристы ҡабул итергә һәләтле федераль кимәлдәге йыл әйләнәһенә эшләгән ғаилә курорттарының береһен төҙөргә ниәтләй. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, проектҡа инвестициялар 10 миллиард һумға тиклем тәшкил итеүе мөмкин. Бының өсөн тау саңғыһы трассалары һанын арттырыу, яңы рекреацион һәм туристик объекттар — шифаханалар, концерт һәм конференц-залдары булған ҡунаҡханалар, шулай уҡ кәрәкле инфраструктура булдырыу күҙаллана.
Проектты концессия формаһында дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә ғәмәлгә ашырырға тәҡдим иттелә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, концепция ентекле эшкәртеүгә мохтаж. Республика етәксеһе Башҡортостан Хөкүмәтенә бер айҙа проектты тормошҡа ашырыуҙың финанс моделен әҙерләргә ҡушты.
«Проект буйынса беҙҙең позицияны формалаштырыу һәм уны ғәмәлгә ашырыу мөмкинлеге тураһында ҡарар ҡабул итеү өсөн проекттың барлыҡ параметрҙарын иғтибар менән иҫәпләргә кәрәк», — тине Радий Хәбиров.