Ашҡаҙар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
7 Ғинуар 2020, 13:05

Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан әҙәби саралар ойошторола

Арҙаҡлы шәхестәр онотолмай. Башҡорт әҙәбиәтенең классиғы, азатлыҡ йырсыһы Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан республикала әҙәби саралар ойошторола.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указына ярашлы, әҙиптең 125 йыллығы төбәктә юғары кимәлдә билдәләнәсәк. Шәйехзада Бабичтың ижады егерменсе быуат башы поэзияһында ғына түгел, дөйөм башҡорт әҙәбиәте тарихында күренекле урындарҙың береһен алып тора.
Абдулхаҡ ИГЕБАЕВ

ҠАЙТЫП ТӨШҺӘҢ ИНЕ...
Атаҡлы шағир Шәйехзада Бабичҡа

Һай, арҙаҡлы шағир Шәйехзада,
Ҡыңғырауҙар тағып пар атҡа,
Юл буйында көмөш моң сыңлатып,
Бер елдереп ҡайтып төшһәң ине
Беҙҙең яҡҡа, күркәм Баймаҡҡа!

Күңелкәйең һулҡып һағынғандар
Ҡоштар йырын, Саҡ, Суҡ тауышын,
Был төйәктә тыуып үҫмәһәң дә,
Ошо ергә, ошо сал тупраҡҡа
Ереккәндер һинең яҙмышың.

Мосафирҙай аҙмы ҡыҙырҙың һин
Талашты һәм Шырҙы* буйҙарын,
Йөрәккәйең янған минуттарҙа
Устарыңа алып уртлап эстең
Темәс шишмәһенең һыуҙарын.

Бәғзе ваҡыт Рапат тигән тауҙың
Ҡыраз ташҡайына ултырып,
Йөрәкһенеп шиғри мәрйен теҙҙең
Табаҡ та ғына табаҡ аҡ ҡағыҙҙың
Ап-аҡ биткәйҙәрен тултырып.

Көмөш кенә башлы, алтын ҡашлы,
Аҫыл мандолина ҡылдарын
Сиртә башланыңмы, барса кеше
Һинең сихри моңдо тыңлар ине
Алмайынса хатта тындарын.

Яғалсаның* һомғол сауҡалары,
Һонолошоп үҫкән артыштар,
Алҡынып та аҡҡан Һаҡмарымдың
Ебәк тулҡындарын серҙәш иткән
Зифа буйлы һылыу ҡамыштар;
Һәр береһе, гүйә, өнһөҙ генә
Йәдкәр һөйләй һинең турала,
Мин белмәгән бик күп хәтирәләр,
Әйтерһең дә, серле йомғаҡ булып,
Күңелемә килеп урала.

Һин айҡаған биләндәргә сыҡһам,
Мәтрүшкәләр, төрлө сәскәләр.
Гүйә, зауыҡланып илһамланып,
Ҡасандыр бер һинән отоп алған
Таҡмаҡтарҙы ҡат-ҡат әйтәләр.

Һине юҡһыныуҙан сағылдарҙа
Һыҡтап иңрәй кеүек йор ҡурай,
Күк Ирәндек ҡаяһына баҫып,
Әле булһа һине көтә төҫлө
Моңдарыңа ғашиҡ ҡоралай.

Аһ... йөрәкте бик йыш тетрәндерә
Фажиғәһе һинең ғүмерҙең,
Ләкин, Бабич, һин бит ҡыҫҡа ғына,
Фәҡәт ике мөсәл ғүмереңдә лә,
Фанилығын тойоп был ерҙең,
Гүзәл мираҫ итеп ҡалдырырлыҡ
Бөйөк эштәр эшләп өлгөрҙөң.

Ажар бөркөт һымаҡ ғорур булдың,
О, юҡ, йөрөмәнең моңайып,
Урттарыңа ҡандар төйөлһә лә,
Хәсрәтеңде йөрәгеңә йотоп,
Йәш аралаш көлдөң йылмайып.

Ҡомһорап та сапҡан арыҫландай,
Көрәш майҙанына атлыҡтың...
Йылдар уҙған һайын, уфтандырып,
Йәнен ҡырҡҡа телгән ҡайғыһы ла,
Ғорурлығы ла һин башҡорттоң!..

Нисә тапҡыр һине үлтерҙеләр,
Күпме яуызлыҡтар ҡылдылар,
Хатта исемеңде, бөтөнләйгә
Халыҡ хәтеренән юйып ташлап,
Мәңге юҡ итмәксе булдылар!

Уҫал хөкөмдарҙар һәм ҡатилдар
Борондан уҡ шулай шашҡандар,
Илдең ут йөрәкле батырҙарын,
Сәсән телле мәшһүр шағирҙарын
Атҡандар, йә тотоп аҫҡандар!

Шундай аяуһыҙлыҡ һәм яуызлыҡ
Ҡабатланмаҫ тимә бөгөн дә,
Зәһәр ағыуҙарын сәсмәк булып,
Аждаһалар тулап ятмаймы ни
Яһилдарҙың йөрәк төбөндә!
Йыр быуыла һаман, сәсәй заман,
Арта бара дошман хәйләһе...
Ә ҡайҙалыр ярһып-ужарланып,
Тағы ҡандар көҫәп йөрөй кеүек
Һине сапҡан ҡылыс шәүләһе!

Әй, самими тәбиғәтле Бабич,
Һине кем һуң, кем һуң онотор?
Әгәр онота икән, ул әҙәмдәр
Зиһен сәхрәләрен сафландырған
Рухи инештәрен ҡоротор!

Ғүмер баҡый атайсал тип яндың,
Ҡолаҡ һалдың заман ғәменә,
Ил-йортоңдоң, ете ырыуыңдың,
Армыт-армыт мәғрүр Уралыңдың
Моң-зарҙары һеңде йәнеңә.

Шәйехзада, һинең шикелле лә
Мөхәббәтле шағир ҡайҙа бар?
Күңелеңдең аяҙ көмбәҙендә
Етемдәрҙең йәнен йылытырлыҡ
Ҡайнар ҡояш та бар,
Ай ҙа бар!

Шәйехзада, һинең шикелле лә
Кешелекле шәхес ҡайҙа бар?
Саф көмөштәй матур йырҙарыңда
Ғашиҡтарҙың дәртен дөрләтерлек
Ихлас һөйөү ҙә бар, наҙ ҙа бар!

Мөхәмәтзакир улы Шәйехзада,
Шиғриәттең йәүһәр тажы һин,
Мәңге баш эймәгән милләтемдең
Быуындарҙан быуындарға күскән
Милли моңо, милли сазы һин!

Аһ... йөрәкте бик йыш тетрәндерә
Фажиғәһе һинең ғүмерҙең,
Ләкин, шағир, һин бит ҡыҫҡа ғына,
Фәҡәт ике мөсәл ғүмереңдә лә,
Фанилығын тойоп был ерҙең,
Гүзәл мираҫ итеп ҡалдырырлыҡ
Бөйөк эштәр эшләп өлгөрҙөң!

Йөҙәр йылға тик бер тыуа тиҙәр
Таң ҡалырлыҡ йыр-моң маһиры,
Һинең маһирлыҡтың, оҫталыҡтың
Урал илкәйендә тамыры...
Ана шуға, Бабич, һин үлемһеҙ,
Халҡымдың һин даһи шағиры!
_______
Талашты һәм Шырҙы — Темәс ауылындағы йылға исемдәре.
Яғалса — тау исеме.
_______
Сығанаҡ: Халыҡ шағиры — халыҡ хәтерендә. — Әҙәби-тәнҡит мәҡәләләр, сығыштар, докладтар. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1996. — 128 бит.
Читайте нас: