Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
10 Ғинуар 2020, 20:15

Башҡортостан парламенты яҙғы сессия барышында 50 закон проектын ҡарарға ниәтләй

10 ғинуарҙа башланған яҙғы сессия барышында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары 50-нән ашыу закон проектын ҡарарға ниәтләй.

Улар араһында – һайлау, административ хоҡуҡ боҙоуҙар, ғаиләне, бала хоҡуҡтарын һаҡлау, ер, бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү тураһында һәм башҡалар. Был хаҡта Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр. 2019 йылда ҡабул ителгән ауыл старосталары, газондағы парковка, халыҡтың сәләмәтлеген һаҡлау, урман мөнәсәбәттәрен көйләү, ишле ғаиләләргә дәүләт ярҙамы хаҡында актуаль закондарҙы үтәү мониторингына айырыуса ҙур иғтибар бүленә.
Парламент йылға пароходсылығын үҫтереү, «Алға» махсус иҡтисади зонаһын булдырыу, күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт ойоштороу тураһында мөһим иҡтисади мәсьәләләрҙе ҡарау күҙ уңында тотола.
Яҙғы сессия барышында республика Дәүләт Йыйылышы «Рәсәй Федерацияһы Ҡала төҙөлөшө кодексының 5.1-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» һәм «Ҡайһы бер федераль конституция закондарына үҙгәрештәр индереү тураһында» федераль закон проекттарын Дәүләт Думаһына индерергә ниәтләй.
Көҙгө сессияла 65 республика законы үҙ көсөнә инде, депутаттар 425 федераль закон проектын ҡараны, ике федераль закон проектын Дәүләт Думаһына тәҡдим итте. Көҙ көнө дүрт яңы депутат республика Дәүләт Йыйылышы составына инде. Республика парламентарийҙары дүрт меңгә яҡын кешене ҡабул итте.
Башинформ.
Читайте нас в