Быға тиклем ошо вазифала эшләгән Фәнүр Йәғәфәров уҙған йылдың октябренән вице-премьер вазифаһында республика Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәҙәниәт министрлығы, Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы эшмәкәрлеге өсөн яуап бирә.
Ихсанова Диана Винер ҡыҙы 1995 йылдың 29 октябрендә Ҡырмыҫҡалы районының Яңы Ҡыйышҡы ауылында тыуған. Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетын, Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2015 йылда шәхси эшҡыуар булып башлай. 2016-2018 йылдарҙа – «МИР: Молодёжь. Идеи. Развитие» йәштәр мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире.
2018 йылда – Башҡортостан Республикаһының Мәғлүмәтләштереү һәм «Асыҡ Республика» системаһының эш итеү мәсьәләләре буйынса дәүләт комитетының төп белгесе. 2018 йылда – «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы белгесе. 2018 – 2019 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте ҡарамағындағы социаль селтәрҙәрҙә халыҡтың мөрәжәғәттәре буйынса эш төркөмө хеҙмәткәре.