Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
13 Ғинуар 2020, 22:20

Беҙҙә – юбилейҙар йылы!

Шулай ҙа була икән. Бер йылда гәзиттең дә, өс хеҙмәттәшебеҙҙең дә юбилейы тура килә. Осраҡлыҡмы, юҡ, яҙмыштыр был...

“Ашҡаҙар”ҙың юбилейына кил-гәндә, уның тәүге һаны бынан нәҡ утыҙ йыл элек ғинуар айында донъя күрһә лә, беҙ ошо матур ваҡиғаға арналған сараларҙы былтыр уҡ башланыҡ һәм “утыҙ йылға – утыҙ изге эш” акцияһын иғлан итеп тә өлгөрмәнек, ул акцияла ҡатнашырға теләк белдереүселәр ишәйгәндән ишәйҙе. Ошо баҫманың шишмә башында торған шәхестәрҙең береһе Вил Ғүмәровтың хәтер кисәһен ойоштороу эштәрендә ҡатнашыу, Артем урамына ағас үҫентеләре ултыртыу һәм башҡа изге ғәмәлдәрҙе көҙ көнө үк ҡылып өлгөрҙөк. Ә бына йылды бигерәк тә мәғәнәле сара менән тамамларға насип булды – ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ләйсән Йосопова, ҡала советы депутаты Фәнүр Дәүләтбаев, Стәрлетамаҡ профсоюз ойошмаларының биләмә берләшмәһе Координацион советы рәйесе Таһир Ғәйетҡолов, ҡала типографияһы етәксеһе Рәис Хөсәйенов менән берлектә Балалар йортона (Дом ребенка) Яңы йылға бүләктәр тапшырҙыҡ. Әлбиттә, күкрәк ҡағыу түгел был һүҙҙәр, ә ошо акцияны күтәреп алып, изге эштә ҡатнашыусыларға йәнә бер тапҡыр рәхмәт еткереү йәһәтенән генә әйтелде. Иң мөһиме: “утыҙ йылға – утыҙ изге эш” проекты дауам итә һәм яҡын киләсәктә йәнә бергә-бергә матур-матур акциялар үткәреп торорбоҙ тигән өмөттә ҡалайыҡ. Акциялар, юбилей айҡанлы саралар тураһында алдан хәбәр итербеҙ.
Юбилярҙарға әйләнеп ҡайтҡанда, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, баш мөхәррир урынбаҫары Фәриҙә Мөхәмәҙуллина
кеүек үк, ғинуарҙа ҡалала ғына түгел, инде республикала билдәле журналист һәм фотохәбәрсе Эльдар Фәттәхов та донъяға килгән. Ошо ике шәхестең көндәлек хеҙмәте аша Стәрлетамаҡта башҡорт баҫмаһын үҫтереүҙә роле сикһеҙ, әлбиттә. Һуң, ошо яҙмыш түгелме ни?!.

Шуныһы ҡыуаныслы: күптән түгел Фәриҙә Рөфҡәт ҡыҙы менән Эльдар Мөнир улының фиҙәҡәр хеҙмәте Владимир Куликов тарафынан Рәхмәт хаты менән билдәләнде. Коллегаларыбыҙҙы юбилейҙары, уңыштары менән ҡотлайбыҙ. Артабан да һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм ижади үрҙәр теләп ҡалабыҙ.
...Өс юбиляр тураһында һүҙ бара ине бит, тип әйтер гәзит уҡыусы. Ысынлап та, бәхетленең шатлығы бергә – быйыл версткалау һәм сайт буйынса алыштырғыһыҙ инженерыбыҙ Гөлнара Зәйнетдинова ла күркәм юбилейын ҡаршы ала. Тик байрам тантанаһын уға яҙ һулышы килтерәсәк. Ғөмүмән, Гөлнара Турабай ҡыҙы хаҡында ла матур-матур әйтер һүҙҙәребеҙ күп һәм алда әле.


Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.
Читайте нас: