Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
14 Ғинуар 2020, 15:00

Олатайҙары яугир булған!

Былтыр йыл әйләнәһенә Башҡортостандың 100 йыллығына бағышланған саралар ҡала кимәлендә бихисап үтте. Шулар араһында бигерәк тә Шәжәрә байрамдарын үткәреү матур йолаға әйләнә бара. Яңы йыл алдынан Көньяҡ биҫтәһенең социаль профилактика үҙәге һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһының беренсел бүлеге тарафынан ойошторолоп, ҡалабыҙҙың 18-се мәктәбендә уҙғарылған Шәжәрә байрамы – бының асыҡ миҫалы.

Конкурсанттар әҙерләнгән арала сара башланып киткәнсе 5-се мәктәп уҡыусыһы Радмир Вәхитов төрлө халыҡтарҙың бейеүҙәрен бик оҫта башҡарып күңелдәрҙе арбаны.
– Кешенең үҙ тамырҙарын белеүе – уның ата-бабаларының традицияла-рын лайыҡлы дауам иткәнлеген күрһәтә. Беҙҙең биҫтәлә «Шәжәрә байрамы» 2009 йылдан бирле үткәрелә. Беренсе көндән алып уның күп милләтлеге – төп үҙенсәлеге булып тора. Ошо йылдар арауығында сарала 43 ғаилә ҡатнашты. Улар араһында башҡорт, татар, урыҫ, сыуаш, мордва, украин, белорус ғаиләләре бар. Бала саҡта һәр кемгә тормош мәңгелек, барыһы ла алда әле һымаҡ тойола. Бары тик өлкәнәйгәс кенә үҙеңдең ғаилә тарихының өлөшө булыуыңды һәм уны булдырыусы ла икәнлегеңде аңлай башлайһың. Кем дә кем үҙенең тамырҙарын, үҙ ырыуының тарихи үткәнен белә, ул киләсәккә лә ышаныс-лыраҡ бара, – тине «Көньяҡ» социаль-профилактика үҙәге инспекторы Рә-шиҙә Ҡаҙаҡҡолова, сараны асып.
Бер-бер артлы сәхнәгә береһенән-береһе күркәмерәк Әхмәтовтар, Муллағоловтар, Ҡотлобирҙиндар һәм Степановтар ғаиләләре күтәрелде. Барыһы ла ялтлап торған ҡупшы милли кейемдәрҙә. Сәләмләү телмәрендә һәр ғаилә үҙҙәренең килеп сығышы, тамырҙары тураһында ентекле һөйләне. Алдан әҙерләгән слайдтарҙа һәр ғаилә үҙҙәренең шәжәрәһен, ғаилә тарихын фотоларға, архив документтарына таянып күрһәтте. Ҡотлобирҙиндар Миәкә районынан булһа, Әхмәтовтар – Стәрлебаш районынан, Мул-лағоловтар – Ишембай районынан, ә Степановтар Ауырғазы районынан булып сыҡты.
Һәр ғаилә үҙенең ата-бабаларын яҡшы белә, барыһының да олатайҙары Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Күбеһенең яу яландарында олатайҙары, ағай-бабайҙары һәләк булған, араларында хәбәрһеҙ юғалғандары ла бар. Ә Степановтар ғаиләһе үҙҙәренән сыҡҡан билдәле шәхестәр, яҙыусылар менән ғорурлана икән. Ғаиләләр ижади һәләттәрен күрһәткәндә, артис-тарың ары торһон. Муллағоловтар ғаиләһе, мәҫәлән, ҡыҙҙары менән әсә кеше бейергә төшкәндә – атайҙары ҡурай тартты. Әхмәтовтарҙың бала-лары тыуған яҡ тураһында шиғыр һөйләгәндә үҙе бер мәрәкә булды. Ә Ҡотлобирҙиндар ҡурайға ҡушылып Рәмил Ҡол-Дәүләттең шиғырын уҡып ишеттерҙе. Улар башҡарған йыр ҙа йөрәктән йөрәккә етте. Был матур сығыштарҙан һуң кем беренселекте алыр икән тип уйланһаҡ та, сарала еңелгән ғаилә булманы. Барыһы ла дипломдарға һәм бағыусылар әҙерләгән бүләктәргә лайыҡ булды. Жюри рәйесе Рәмилә Нәзирова тәбрикләгәндә был йәһәттән:
– Бөгөн һәр ғаилә – иң яҡшыһы, сөнки һеҙ үҙегеҙҙең ғаилә тарихын өйрәнәһегеҙ, белемегеҙҙе киләһе быуынға күсерәһегеҙ. Үҙегеҙ ҙә, балаларығыҙ ҙа тыуған телегеҙҙә һөйләшәһегеҙ, милли кейемдәрегеҙҙе кейгәнһегеҙ, ошо рәүешле ғаиләгеҙҙең тарихын белеүҙең мөһимлеген күрһәтәһегеҙ, – тип билдәләне. Был һүҙҙәр менән килешмәй булмай. Иң мөһиме: шәжәрә байрамдары дауамлы булһын.
Читайте нас: