Ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов белдереүенсә, былтыр был система аша 4700 һорау килгән һәм хакимиәттең ул һорауҙарға яуап биреү, мәсьәләне хәл итеү сифаты буйынса Стәрлетамаҡ иң яҡшы күрһәткестәргә эйә булған. Был нигеҙҙә республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең Мөрәжәғәтнәмәһендә лә Стәрлетамаҡ ҡалаһының был өлкәлә яҡшы эшләүен билдәләп үткәйне.