Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
15 Ғинуар 2020, 14:25

Яңы күпер төҙөлә

Шахтау ҡасабаһына һәм Ишембай районына илтеүсе юлда Ағиҙел йылғаһы аша һалынған күпер төҙөлөшөнә бәйле һорауҙар әленән әле ҡалҡып тора.

Баҡтиһәң, был мәсьәлә күпкә киңерәк һәм тотош республика өсөн мөһим булып тора.
Был юл Магнитогорск ҡалаһы менән тура бәйләнеш бул-дырырға тейеш һәм уның әлеге булған юлдарҙан күпкә турараҡ булыуы көтөлә. Күперҙе төҙөүгә килгәндә, 2020 йылда проект булдырыласаҡ, уның нигеҙендә сроктар билдәле буласаҡ. Төҙөлөш ике өлөшкә бүленгән, ул иң тәүҙә яңыһын төҙөү һәм артабан әлегеһен реконструкциялауҙан тора.

Э. МӨНИРОВ.
Читайте нас: