Форум июль урталарына билдәләнгән. Күләмле сарала ҡатнашырға республика район-ҡалаларында ижад итеүсе коллективтар араһында ла теләк белдереүселәр күп. Стәрлебаш районы Буҙат ауылының «Сөмбөлә» халыҡ вокал ансамбле шуларҙың береһе.
Ансамбль ауылдың йыр-моңға әүәҫ, төрлө тармаҡта эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан ханымдарҙы бергә йыйған. Миңлекәй Нәзирова мәҫәлән, оҙаҡ йылдар ауыл хужалығында эшләгән. Бөгөн ул ансамблдән тыш, ауыл мәҙәниәт йортондағы театр түңәрәгенә бик теләп йөрөй.
«Сөмбөлә» халыҡ вокал ансамбле репертуарында башлыса халыҡ йырҙары. Исеменә тап килтереп улар сәхнә костюмдарын да килешле итеп һайларға тырышҡан.
Төбәктең Буҙат ауылы мәҙәниәт йортоноң, ғөмүмән, буш торған ваҡыты юҡ. Аҙна һайын тиерлек ниндәйҙер саралар үткәрелеп тора. Төрлө конкурс-фестивалдәрҙә лә әүҙемлек күрһәтә. Ә инде сөмбөләләрҙең быйылғы төп маҡсаты ул Бөтә донъя фольлориадаһында ҡатнашыу.