Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
22 Ғинуар 2020, 01:54

2020 - БАШҠОРТ ТЕЛЕ ЙЫЛЫ

«Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлегенең Башҡорт теле йылын үткәреү тураһында башланғысы БР Башлығы Радий Хәбировтан хуплау тапты һәм быға бәйле республикала , Рәсәйҙең башҡорттар күпләп йәшәгән субъектарында бойомға ашырыласаҡ.Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Эльвира Айытҡолова етәкселегендә видео конференц бәйләнеш ойошторолдо. Бәйләнештә урындағы ҡоролтай бүлексәләре, ҡала һәм район вәкилдәре ҡатнашты, беҙ иһә Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтендә йыйылдыҡ һәм үткән йыл һөҙөмтәләре һәм киләсәккә пландар тураһында ишетек. Видео бәйләнештә Стәрлетамаҡ ҡалаһы башлығының урынбаҫары Михаил Григорьев, мәғариф бүлеге начальнигы Йыһангир Ишбаев, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Зөфәр Зиннәтуллин, йәмәғәт институттары менән бәйләнеш бүлеге начальнигы Илгиз Йәнәлиев, Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ләйсән Йосопова һәм башҡа вәкилдәр ҡатнашты.

Башҡорт теле йылы сиктәрендә район һәм ҡалаларҙа күп һанлы саралар үткәреү тәҡдим ителә. Һәр ай айырым йүнәлешкә арнала. Уның сиктәрендә тематик дәрестәр, ижади бәйгеләр, фестивалдәр ҡаралған. Ғинуар – “Башҡорт теле- дәүләт теле”, Февраль – “Башҡорт теле – заманса тел”, март – “Башҡорт теле – ғаилә теле”, апрель – “Башҡорт теле – әсә теле”, май – “Башҡорт теле – еңеүселәр теле”, июнь – “Башҡорт теле – халыҡ теле”, июль – “Башҡорт теле – дуҫлыҡ теле”, август – “Башҡорт теле – юлдаш теле”, сентябрь – “Башҡорт теле – ижад теле”, октябрь – “Башҡорт теле – тарих теле”, ноябрь – “Башҡорт теле – моңло тел”, декабрь айы – “Башҡорт теле – рух теле” темаһына арнала. Район һәм ҡала башланғыстары айырым баһаланасаҡ. Һөҙөмтәләр 2020 йылдың 14 декабрендә башҡорт теле көнөндә билдәләнәсәк.
Читайте нас: