Ашҡаҙар
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
22 Ғинуар 2020, 17:30

Өфөлә «Башҡорт әҙәбиәте тарихы»ның етенсе томы донъя күрҙе

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә башҡорт телендә «Башҡорт әҙәбиәте тарихы»ның етенсе томы донъя күрҙе.

Ул билдәле башҡорт ғалимы һәм әҙәбиәтсеһе, академик Ғайса Хөсәйенов етәкселегендә әҙерләнгән һәм 1990-1996 йылдарҙа алты томда сыҡҡан баҫманың дауамы булып тора. Тәүге ике том боронғо замандарҙан алып 1917 йылға тиклем башҡорт әҙәбиәтен анализлай; артабанғы томдар совет осорона бағышланған. Алтынсы томда ХХ быуаттың 90-сы йылдарының беренсе яртыһындағы постсовет башҡорт әҙәбиәтенә күҙәтеү яһала.
«Башҡорт әҙәбиәте тарихы»ның етенсе томы заманса башҡорт әҙәбиәтен анализлауға арналған. Ул ХХ быуаттың 90-сы йылдарынан бөгөнгә көнгә тиклемге осорҙо үҙ эсенә ала. Китапта шиғриәт, проза, драматургия, балалар әҙәбиәте, әҙәбиәт ғилеме һәм әҙәби тәнҡит тураһында күҙәтеү мәҡәләләре тупланған. Нәжиб Асанбаев, Шакир Янбаев, Талха Ғиниәтуллин, Әнғәм Атнабаев, Рәшит Шәкүр, Ҡәҙим Аралбай, Таңсулпан Ғарипова, Факиһа Туғыҙбаева, Тамара Ғәниева, Әмир Әминев һәм башҡа башҡорт яҙыусыларының тормошо, ижады хаҡында айырым мәҡәләләр индерелгән. Томда 1995-2015 йылдарҙы үҙ эсенә алған әҙәби тормош йылъяҙмаһы ла бар.
Баш мөхәррир һәм инеш һүҙ авторы – филология фәндәре докторы Миңлеғәле Нәҙерғолов. Редколлегияла Рауил Бикбаев, Айбулат Псәнчин, Ғайса Хөсәйенов, Гөлнара Абдрафиҡова бар.
Китап уҡытыусылар, студенттар, шулай уҡ башҡорт әҙәбиәте менән ҡыҙыҡһынған уҡыусылар өсөн тәғәйенләнгән.
Йыйынтыҡты «Китап» нәшриәтенең фирма магазинында һатып алырға мөмкин.
Башинформ.
Читайте нас: