Ашҡаҙар
-8 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
22 Ғинуар 2020, 11:10

Республикала тәүге тапҡыр ҡатын-ҡыҙ район башлығы итеп тәғәйенләнде

Зөһрә Гордиенко Ҡыйғы районы хакимиәте етәксеһе вазифаһына тәғәйенләнде.

Ул – республикала муниципалитет башлығы итеп тәғәйенләнгән тәүге ҡатын-ҡыҙ. Урындағы совет депутаттарын уның кандидатураһы менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров таныштырҙы.
«Зөһрә Мәүлитбай ҡыҙы сығышы менән Учалынан, ғүмере буйына тиерлек социаль өлкәлә, һуңғы 8 йылда Учалы районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһында эшләгән, ул бик дәртле етәксе, уның кандидатураһын хуплауығыҙҙы һорайым», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Республика башлығы 4 йыл Ҡыйғы районына етәкселек иткән Шамил Мөхәмәтдиновҡа рәхмәт белдерҙе һәм уға Салауат Юлаев орденын тапшырҙы.
«Шамил Радил улы үҙен яҡшы етәксе итеп күрһәтте, ул Өфөгә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы аппаратына эшкә күсә. Төньяҡ-көнсығышты үҫтереүгә етди иғтибар бүлергә, Ҡыйғы районында яңы социаль объекттар төҙөргә йыйынабыҙ. Яңы башлыҡтан, әгәр урындағы депутаттар уны хуплаһа, халыҡ менән бик ипле мөғәмәлә булыуын һорайым», — тине Радий Хәбиров.
Ҡыйғы районы советы депутаттары Зөһрә Гордиенконың кандидатураһын бер тауыштан хупланы һәм уны район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләне.
Башинформ.
Читайте нас: