«Бөгөн, 25 ғинуар – Татьяна көнө, студенттарҙың байрамы ғына түгел, ә Хәрби-Диңгеҙ Флоты Штурманы көнө лә. Беҙҙең яҡташтар – Валериан Альбанов, Геннадий Казанин, Валентин Смирнов, Фидүс Әсхәҙуллин һәм башҡалар Төньяҡ Боҙло океанды һәм Антарктиданы яулаған. Уйлап ҡараһаң, Башҡортостан ҡайҙа ла, Төньяҡ һәм Көньяҡ полюстар ҡайҙа... Әммә беҙҙең Вениамин Кавериндың «Ике капитан» әҫәрен уҡып үҫкән быуын өсөн диңгеҙ темаһы, диңгеҙ капитандарының һәм штурмандарҙың ҡаһарманлығы һәр ваҡыт яҡын булды. Легендар диңгеҙҙә йөҙөүселәрҙең «Көрәшергә һәм эҙләргә, табырға һәм бирешмәҫкә» тигән девизы үҫмер саҡтан хәтеремдә ҡалған», — тип яҙҙы республика етәксеһе.