Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
28 Ғинуар 2020, 20:10

Наталья Полянская Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры вазифаһын башҡарыу министр урынбаҫары Наталья Полянскаяға йөкмәтелде.

Республика башлығы Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйҙы.
Башҡортостан башлығының икенсе указы менән Гөлшат Арыҫланова, икенсе эшкә күсеүе сәбәпле, республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры вазфаһынан бушатылды.
Наталья Полянская 1976 йылдың 14 ноябрендә Өфөлә тыуған.
Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған, юридик фәндәр кандидаты.
1998-1999 йылдарҙа – «21-се трест» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә юрист.
1999-2010 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университетының граждандар процесы кафедраһының өлкән уҡытыусыһы.
2010-2018 йылдарҙа гражданлыҡ-хоҡуҡи характерҙағы килешеүҙәр менән эшләгән.
2019 йылда — Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығында бүлек етәксеһе.
2019 йылдан — Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары.
Башинформ.
Читайте нас: