Ашҡаҙар
+23 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
28 Ғинуар 2020, 14:30

Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһы Дәүләт советы президиумының яңы составына инде

Владимир Путин Рәсәй Федерацияһы дәүләт советы президиумының яңы составын раҫланы. Уға һигеҙ төбәк башлығы инде.

Улар – Санкт-Петербург губернаторы Александр Беглов, Волгоград өлкәһе губернаторы Андрей Бочаров, Ҡабарҙа-Балҡар башлығы Казбек Коков, Сахалин өлкәһе губернаторы Валерий Лимаренко, Тверь өлкәһе губернаторы Игорь Руденя, Алтай крайы губернаторы Виктор Томенко, Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров һәм Ҡурған өлкәһе губернаторы Вадим Шумков.
Дәүләт советы президиумы составын Рәсәй президенты билдәләй һәм ярты йылға бер тапҡыр алмаштыра. Президиумдың бурысы – Дәүләт советы ултырышының көн тәртибен ҡарау, шулай уҡ ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы ғәмәлгә ашырыуҙы анализлау.
Бойороҡ тексы рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Башинформ.
Читайте нас: