Аяз Камалов 1996 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтында юғары белем алған, ә бер йылдан «хирургия» белгеслеге буйынса интернатураны тамамлаған. Тағы ике йыл ординатурала уҡыған.
2010 йылда Аяз Ринат улы Башҡорт дәүләт медицина университетында «йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы» белгеслеге буйынса квалификация күтәреү курстарын үткән.
Ғинуарҙа Аяз Камалов республиканың төп проблемаларының береһен – ашығыс ярҙам табиптары етешмәүҙе хәл итә башланы ла инде. Республика ашығыс медицина ярҙамы станцияһының профсоюз ойошмаһы рәйесе һүҙҙәренсә, 90 бригаданың 30-ы ғына тулыһынса комплектланған. Баш табип вазифаһын башҡарыусы Өфө медицина колледжына барып, ашығыс ярҙам табибы һәм фельдшеры һөнәрҙәренең өҫтөнлөктәре тураһында һөйләне.
Башҡортостанда медицина колледждарын тамамлаусылар өсөн «Ашығыс медицина ярҙамы» һөнәре буйынса ҡабаттан уҡып сығыуға сығымдарҙы ҡаплау ғәмәлдә. 2019 йылдың июненән өҙлөкһөҙ эш стажы өсөн окладҡа 65% тиклем өҫтәмәләр билдәләнгән, бер үк ваҡытта бер нисә урында эшләгән хеҙмәткәрҙәргә ай һайын өҫтәмә аҡса түләнә. Шулай уҡ Өфөлә торлаҡ сертификаттары программаһы эшләй: торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн табип — 500 мең һум, урта медицина персоналы 350 мең һум алырға мөмкин.