Ашҡаҙар
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
29 Ғинуар 2020, 15:35

БОҘБАРМАҠТАРҘЫ ҺӘМ ҠАР ӨЙӨМДӘРЕН ТИКШЕРЕП СЫҠТЫҠ

Тышта буран ҡотора, ҡар яуа, ә идарасы компаниялар ниндәй эштәр менән мәшғүл икән? Быны беҙ ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Андрей Ермолаев менән административ комиссия ағзалары, муниципаль контроль бүлеге һәм юл йәшелләндереү-төҙөкләндереү муниципаль унитар предприятиеһы, ремонт һәм төҙөкләндереү идаралығы директорҙары ҡатнашлығындағы рейд барышында ҡарап үттек.

Ҡар юҡ та ҡар юҡ, тип ҡайғыра инек, һуң-ғы арала көн дә тиерлек ҡар яуып, буранлап торҙо һәм ҡалала автомобиль юлдарын таҙартыу, йәйәү йөрөү өсөн уңайлыҡтар булдырыу, боҙбармаҡтарҙы һуғып төшөрөү кеүек мәшәҡәттәр өҫтәл-де. Төп урамдарҙағы юлдар таҙартылып торһа, йорт араларында, ихата алдында әлегә һаман да ҡар гиҙеп йөрөйбөҙ. Быға бәйле халыҡтан ялыуҙар ҙа артҡан, ҡар өйөмдәре аша оло кешеләргә, бәләкәй балалар менән хәрәкәт итеүселәргә ауырға төшә.

Бындай күренештәргә беҙ рейдта ҡатнашыусылар менән тәүге ихаталарҙың береһенә барып төшөү менән шаһит булдыҡ. Дуҫлыҡ урамындағы ихаталар эсендә ҡарҙы эттереп сыҡҡандар ҙа ул, тик эште еренә еткереп эшләмәгәндәр. Шунлыҡтан Андрей Ермолаев идара итеүсе компания вәкилдәренән техниканы ҡайҙан алыуҙары менән ҡыҙыҡһынды: яллап эшләтәләрме, әллә үҙҙәренең техникаһымы? Сөнки күпселек осраҡта бер көнгә ялланып эшләгән тракторсылар эштәрен сифатлы башҡармай, уларҙы тикшереп тороп, мастерҙар менән бергә йөрөтөп эшләтергә кәрәк. Миҫал өсөн үткән йылғы ваҡиғалар әйтелде, юлдарҙы таҙартҡанда хатта юл тамғаларын, ҡоймаларҙы ла емереп киткән осраҡтар булған.

– Быйыл Эстетика йылы икәнен беләһегеҙ, шуға ла һәр ерҙә тәртип булырға тейеш. Юлдарҙы таҙартыусыларҙан да эштәрен тейешенсә башҡарыуҙарын талап итергә кәрәк. Сөнки ихаталарыбыҙ матур һәм зауыҡлы булырға тейеш, – тине Андрей Петрович.

Ҡалала шулай уҡ бер-береһенә һылтанып, ҡар таҙартмаусылар ҙа бар, һүҙ ике идара итеүсе компания яуаплылығына ингән балалар һәм спорт майҙансыҡтары тураһында бара. Яңы төҙөлгән бындай майҙансыҡтар, ғәҙәттә, бер нисә йорт өсөн тәғәйенләнгән, ә йорттар төрлө идарасы компанияларға ҡарай. Шунлыҡтан бер кем дә үҙ өҫтөнә өҫтәмә майҙандарҙы алырға теләмәй. Идарасы компаниялар, түләүҙәргә хаҡты арттырып, уның нигеҙендә эште башҡарырға мөмкин, тиҙәр. Андрей Петрович иһә был мәсьәлә хәл ителгәнгә тиклем ҡар таҙартылырға тейешлеге тураһында белдерҙе, был йорттарҙа йәшәүселәр менән өмә яһарға йәки идарасы компанияларға сиратлап ҡар таҙартырға кәрәклеген әйтеп үтте. Йәйәүлеләр юлдарына килгәндә лә, етешһеҙлектәр күп, уларҙы хәл итергә ҡушылды, шулай уҡ йорт баштарын боҙбармаҡтарҙан ваҡытында таҙартырға йөкләмәләр бирелде.

Тағы ла рейдта ҡатнашыусылар менән Курчатов урамы һәм шәхси йорттар урынлашҡан биләмәләр буйлап йөрөп, юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу сифатын ҡарап үттек. Күпселек урында юлдар ялт итеп ята. Шулай ҙа административ комиссия боҙбармаҡтарҙы таҙартыу һәм ҡарҙы ҡала биләмәләренә эттереп һалыу осраҡтарын теркәп алды.


Читайте нас: