Ашҡаҙар
+25 °С
Облачно
Республика һулышы
29 Января 2020, 14:05

Республикала тимер юл станцияларында «Башавтотранс» рейстарына билеттар һата башлайҙар

1 февралдән Раевка һәм Дәүләкән тимер юл станцияларында «Башавтотранс» рейстарына билеттар һатыу башлана.

Кассаларҙа билдәләнгән тариф буйынса ҡала-ара, район-ара һәм ҡала яны маршруттарына билеттар һатып алырға мөмкин.
«Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы»нан хәбәр итеүҙәренсә, Раевка станцияһы кассаһы — тәүлек әйләнәһенә, Дәүләкән станцияһында иһә тәнәфестәр менән таңғы сәғәт 5-тән киске 9 тула 15 минутҡа тиклем эшләй. Яйлап яңы хеҙмәт Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы яуаплы булған зоналарҙағы башҡа станцияларға таратыла. Автобус станциялары йыш ҡына тимер юл эргәһендә төҙөлә.
Башинформ.
Читайте нас