Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
29 Ғинуар 2020, 16:35

Төп маҡсат – башҡорт телен популярлаштырыу

«Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт ойошмалары халыҡ-ара берлегенең Башҡорт теле йылын үткәреү тураһында башланғысы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтан хуплау тапты һәм ул республикала, Рәсәйҙең башҡорттар күпләп йәшәгән субъектарында бойомға ашырыласаҡ.

Быйыл әсә теленә һөйөү тағы ла артасаҡ. Төп маҡсат – башҡорт телен популярлаштырыу, республикала уны дәүләт теле булараҡ ҡулланыу даирәһен киңәйтеү һәм милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән төбәктәрҙә уҡытыу шарттарын яҡшыртыу.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Эльвира Айытҡолова етәкселегендә видеоконференция ойошторолдо. Бәйләнештә урындағы ҡоролтай бүлексәләре, ҡала һәм район вәкилдәре бар ине, беҙ иһә Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтендә йыйылдыҡ һәм үткән йыл һөҙөмтәләре һәм киләсәккә пландар тураһында ишеттек. Видео конференцияла ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Михаил Григорьев, мәғариф бүлеге начальнигы Йыһангир Ишбаев, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Зөфәр Зиннәтуллин, йәмәғәт институттары менән бәйләнеш бүлеге начальнигы Илгиз Йәнәлиев, Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ләйсән Йосопова һәм башҡа вәкилдәр ҡатнашты.

Башҡорт теле йылы сиктәрендә район-ҡалаларҙа бихисап саралар үткәреү планлаштырыла. Һәр ай айырым йүнәлешкә арнала. Уның сиктәрендә тематик дәрестәр, ижади бәйгеләр, фестивалдәр ҡаралған. Ғинуар – “Башҡорт теле - дәүләт теле”, февраль – “Башҡорт теле – заманса тел”, март – “Башҡорт теле – ғаилә теле”, апрель – “Башҡорт теле – әсә теле”, май – “Башҡорт теле – еңеүселәр теле”, июнь – “Башҡорт теле – халыҡ теле”, июль – “Башҡорт теле – дуҫлыҡ теле”, август – “Башҡорт теле – юлдаш теле”, сентябрь – “Башҡорт теле – ижад теле”, октябрь – “Башҡорт теле – тарих теле”, ноябрь – “Башҡорт теле – моңло тел”, декабрь айы – “Башҡорт теле – рух теле” темаһына арнала. Район һәм ҡала башланғыстары айырым баһаланасаҡ. Төп иғтибар алтаҡталарҙағы грамматик хаталарҙы табыу һәм төҙәтеүгә йүнәлтелә. Һөҙөмтәләр 2020 йылдың 14 декабрендә Башҡорт теле көнөндә билдәләнәсәк.

Читайте нас: