Ашҡаҙар
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
30 Ғинуар 2020, 18:30

Башҡортостанда VI Биишева уҡыуҙары ойошторола

Стәрлетамаҡта Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына һәм Башҡортостан Республикаһында Башҡорт теле йылына бағышланған «VI Биишева уҡыуҙары: Башҡортостан Республикаһында башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеүҙең һәм уҡытыуҙың заманса проблемалары» республика ғилми-ғәмәли конференцияһы була.

Сара 16 апрелдә Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында уҙғарыла. Конференцияны ойоштороусы – филиалдың башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты.
Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конференцияның программаһында: республиканың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның ижады, туған телдәрҙе һәм әҙәбиәттәрҙе өйрәнеүҙең һәм уҡытыуҙың көнүҙәк проблемалары буйынса сығыштар; асыҡ микрофон; уҡытыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре; мәктәп уҡыусылары араһында тикшеренеү һәм ижади эштәр еңеүселәрен, призерҙарын бүләкләү, сертификаттар тапшырыу.
10-11-се класс уҡыусылары өсөн еңеүсе һәм призер дипломы Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалына уҡырға ҡабул иткәндә шәхси ҡаҙаныш булараҡ иҫәпләнә.
Конференцияның эш йүнәлештәре менән һылтанма буйынса танышырға мөмкин. Конференцияның телдәре: рус, башҡорт, татар, сыуаш. Сара материалдарынан йыйынтыҡ сығарыу күҙаллана. Уларҙы 10 мартҡа тиклем «Биишева уҡыуҙары» тигән билдә менән [email protected] электрон адресына ебәрергә кәрәк.
Башинформ.
Читайте нас: