Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
31 Ғинуар 2020, 17:25

“Керәшен һыуыҡтары” күңелдәрҙе дәртләндерҙе

Бөрө ҡалаһында «Керәшен һыуыҡтары» төбәк-ара эстрада йыр һәм бейеү фестиваль-конкурсы үтте. Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенән был абруйлы бәйгелә филармонияның йәш артистары Нәилә Ғирфанова, Анжела Арыҫланова, Линар Зарипов һәм Зарина Ҡотлоғужина ҡатнашып, уңышлы сығыш яһаны.

«Эстрада йыры» (соло) номинацияһында Нәилә Ғирфанова II дәрәжә лауреат булһа, Анжела Арыҫлановаға «Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы йырҙы иң маһир башҡарыусы» дипломы тапшырылды. Ошо уңайҙан Нәилә Ғирфановаға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
– Нәилә, бындай бәйгеләрҙә йыш ҡатнашаһығыҙмы?
– Конкурста дүртенсе тапҡыр ҡатнашам, ошоға тиклем бер тапҡыр II дәрәжә, ике тапҡыр I дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булыу бәхете тейҙе. Был фестиваль күңелемә айырыуса яҡын, ул миңә ҙур тәжрибә генә түгел, бихисап талантлы дуҫтар бүләк итте һәм оҫталығымды камиллаштырыу юлында бер баҫҡыс булды.э

– Әйткәндәй, конкурстың баһалама комиссияһында Башҡортостандан ғына түгел, Ҡазандан да абруйлы, талантлы артистар булған. Ҡурҡыу хисе алманымы улар алдында сығыш яһағанда?
– Әлбиттә, тулҡынландым. Ни эшләйһең, артистар ҙа тере кеше бит. Шул уҡ ваҡытта был юлда күпме тырышлыҡ һалынған һәм һинең бөтә һөҙөмтәне күрһәтер өсөн тик 3 минут ваҡытың бар. Унда ла ниндәйҙер шарттарға, хистәргә ҡамасауларға мөмкинлек бирергә ярамай. Ошо уй миңә һәр саҡ сығыш яһағанда үҙемде ҡулға алырға ярҙам итә.

– Конкурс булғас, тәнҡит тә барҙыр...
– Баһалама комиссияһы оҙаҡ кәңәшләште. Ә комиссия ағзаһы Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, театр эшмәкәрҙәре Союзы ағзаһы, БР-ҙың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Геннадий Степанович Родионов менән яҡындан аралашырға насип булды. Ул сығышымдың кимәлен, һайлаған лирик образымдың бөтөнлөгөн, уңышлы булыуын билдәләне һәм йырлағанда нимәгә иғтибар биреү тураһында үҙенең кәңәшен дә бирҙе. Шулай уҡ хеҙмәттәш-лек тураһында һүҙ алып барҙыҡ, был – минең өсөн иң ҙур баһаларҙың береһе.

– Төрлө жанрҙа һәм телдәрҙә йыр-ҙар башҡараһың, филармонияла әҙәби-музыкаль лекторийҙа эшләй-һең, хатта телевизион проекттарҙа ла ҡатнашҡанһың. Быларҙың барыһына ла нисек өлгөрәһең?
– Күңелеңә яҡын һөнәр менән шөғөлләнгәндә эшеңдән һин ләззәт алаһың. Миңә эшем илһам, дәрт бирә, тыуҙырған образдарымды шул тиклем яратам, рәхәтләнеп эшләйем. Йырҙарҙы башҡорт, урыҫ, инглиз һәм татар телдәрендә башҡарам, сәхнәгә һәр саҡ ниндәйҙер яңылыҡ менән сығырға тырышам. Тиҙ үҙгәреүсән заманда йәшәйбеҙ – былар барыһы ла заман тала-бы. Балалар өсөн лекторий коллективы менән дә тап заманлаштырылған программалар төҙөргә тырышабыҙ.
Бынан тыш ҡалала мине Panda Jam төркөмө солисы һымаҡ та беләләр. Ижадташ дуҫтарым менән эстрада, поп, рок-композициялары башҡарабыҙ, төрлө сәхнәләрҙә сығыш яһайбыҙ, хәйриә акцияларында ҡатнашабыҙ. Дөйөмләштереп әйткәндә, теләге булған кешегә хәҙер бөтә юлдар асыҡ! Шулай уҡ “Голос-2015” телепроектында ҡатнашып, һайлап алыу турынан үттем, ә “Новая волна-2016” проектында ярымфиналға еттем. Иң ҡиммәтлеһе – был бәйгеләрҙән мин баһалап бөткөһөҙ ҙур тәжрибә, онотолмаҫ тәьҫораттар алдым. Төрлө бәйгеләрҙә теләп ҡатнашам, сөнки ғаиләм миңә ныҡлы таяныс булып тора, рәхмәт уларға.
– Нәилә, әңгәмәң өсөн рәхмәт! Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, яңынан-яңы үрҙәр яулауыңды һәм, әлбиттә, ижади уңыштар теләйем!
Рәмилә АҠСУРИНА, филармонияның әҙәби бүлек мөдире.
Читайте нас: