Ашҡаҙар
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
3 Февраль 2020, 20:10

Республика башлығы Радий Хәбиров ветерандарҙың йәшәү шарттарын тикшерергә ҡушты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров райондарҙағы чиновниктарға Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының йәшәү шарттарын тикшерергә ҡушты.

«Һуғышта ҡатнашыусылар, ветерандар бик аҙ ҡалды. Уларҙың һаны йөҙҙәрсә. Мишкә районында Башҡорт атлы дивизияһы ветеранын таптыҡ. Насар йәшәй, бөтә уңайлыҡтар тышта. Күмәкләп тотонорға һәм йәшәү өсөн төп шарттарҙы булдырырға ярҙам итергә кәрәк», — тип мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына оператив кәңәшмәлә.
Ул йәшәү шарттарын иғтибар менән ҡарап сығырға һәм ветерандарға ярҙам итергә ҡушты. Шулай уҡ «Эстетика йылы» сиктәрендә тораҡ пункттарҙа тәртип урынлаштырыу, хәрби мемориалдар һәм ҡәберлектәр менән эшләү кәрәклеген иҫкә төшөрҙө.
«Фольклориада яҡынлаша, Башҡортостанға 85 ил вәкиле килә. Был сарала һәр район ҡатнаша. Тәртип урынлаштырыуҙа бер ниндәй ҙә насарлыҡ юҡ: барыбыҙ ҙа ҡунаҡ көткән саҡта йыйыштырабыҙ. Урындарҙа ла шулай эшләргә кәрәк: әҙерләнә башлағыҙ, йыйыштырыуҙы, асфальт түшәүҙе планлаштырығыҙ, иҫке техниканы алып ҡуйығыҙ», — тине Радий Хәбиров.
Башинформ.
Читайте нас: