Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
4 Февраль 2020, 12:05

БАЙРАМҒА ӘҘЕРЛЕК ӘҮҘЕМ БАРА

Илебеҙ Президенты Владимир Путиндың Указы менән 2020 йыл Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы Рәсәйҙә Хәтер һәм дан йылы тип аталды. Бөйөк Еңеү байрамына әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса саралар планына ярашлы, бөтә ветерандар ҙа «1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 75 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнәсәк. Документҡа барлығы 116 сара ингән, улар араһында 9 майҙа үтәсәк Ҡыҙыл майҙанда хәрби парад, фейерверклы байрам концерты ойоштороу һәм Рәсәй Президенты исеменән тантаналы ҡабул итеү ҙә бар. Ҡала ветерандар советы рәйесе Тәлғәт Абдулғәни улы Ғәбитов менән әңгәмәбеҙ ошо көтөп алған ваҡиғаға әҙерлек барышы хаҡында.

– Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы яҡынлаша. Юбилей йылына әҙерлек тураһында һөйләп үтегеҙ әле.
– 2018 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путин Указға ҡул ҡуйыу менән әҙерлек башланды ла инде. Ҡала етәкселеге был байрамға ҙур әһәмиәт бирә. «Беҙҙең яҡташтар – Советтар Союзы геройҙары» исемле альбом сығарҙыҡ. Шулай уҡ Еңеү орденына лайыҡ булған «СССР-ҙың Бөйөк полководецтары» тигән буклет нәшер иттек.
– Башҡортостан халҡының да был һуғышта ҡаһарманлыҡ күрһәтеүе ғорурлыҡ тойғоһо уята...
– Эйе, Башҡортостандың 700 меңдән ашыу ул һәм ҡыҙҙары йөрәк ҡушыуы буйынса Ватанды яҡлаусылар рәтенә баҫып, был дәһшәтле һуғышҡа инә. Шуларҙың 320 меңе яу яландарында ятып ҡала. Яҡташтарыбыҙ Мәскәүҙе һаҡлағанда, Сталинград һәм Курск яуҙарында, Днепр һәм Одерҙа барған алыштарҙа, Белоруссияны, Украинаны азат иткәндә, Берлинды алғанда ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өсөн 285 яугирға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. 37 хәрби Дан ордены кавалеры була. Легендар летчик-штурмлаусы Муса Гәрәевҡа ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Башҡортостандың 200 меңдән ашыу хәрбиҙәре СССР-ҙың орден һәм миҙалдарына лайыҡ була.
– Хатта ҡалабыҙҙан да Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыусылар бихисап бит...
– Стәрлетамаҡтан 40 мең халыҡтың 16 меңе фронтҡа китә, шуларҙың 8590-ы яу яландарында ятып ҡала. Һуғыш башланыуҙың беренсе көнөндә үк Стәрлетамаҡ ҡала хәрби комиссариатына 550 ғариза бирелә. Һигеҙ көн эсендә 2500 кеше һуғышҡа алына, 1 июлдән 1 авгусҡа тиклем 6639 кеше саҡырыла. Август айында 763 кеше һуғышҡа китә. Шулай уҡ фронтка 121 автомобиль, 167 ат ебәрелә. Ә 1941 йылдың 22 июненән 1942 йылдың ғинуарына тиклем Стәрлетамаҡ халҡы фронтҡа һуғыш кәрәк-яраҡтары өсөн 1 096 691 һум аҡса, 506 000 һумлыҡ облигациялар йыйып ебәрә. Ә 1942 йылда Стәрлетамаҡ ҡала комсомолдары инициативаһы менән «Башҡортостан комсомолы» авиаэскадрильяһы өсөн 190000 һум аҡса йыйыла. Шул рәүешле Стәрлетамаҡ ҡалаһы Бөйөк Еңеүгә ҙур өлөш индерә.
– Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ла-йыҡлы ҡаршылау өсөн ниндәй эштәр планлаштырыла?
– Стәрлетамаҡ халҡы һәм ҡала етәкселеге Бөйөк Ватан һуғышы тарихына бик һаҡ мөнәсәбәттә. Беҙҙең хәрбиҙәр тураһындағы хәтерҙе мәңгеләштереү маҡсатында бик күп эштәр башҡарылды: һәләк булған хәрбиҙәрҙең исемдәре менән урамдар атала. Билдәһеҙ һалдатҡа һәйкәл ҡуйылған, Еңеү скверы, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған геройҙарҙың бюстары ҡуйылған һәм исемдәре яҙылған Г.К.Жуков исемендәге сквер, «Мәңгелек ут» бар. Уҡыу йорттарында һәр саҡ ҡаһарманлыҡ дәрестәре уҙа, мәктәптәрҙә бында уҡыған геройҙарҙың исеме яҙылған мемориаль таҡталар ҡуйылған.
Үткән йыл Салауат ҡалаһының Үҙәк паркында экскурсияла булырға тура килде. Бында Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан бик матур капсула ҡуйылған. Йәш быуынға шундай капсула ҡалдырыу ниәте менән үҙебеҙҙең ҡала етәкселегенә мөрәжәғәт иттем, ыңғай хәл ителер тип ышанам. Шулай уҡ күрше Ишембай ҡалаһын – Хәрби дан ҡалаһы тип йөрөтәбеҙ. Әллә күпме предприятиелары гөрләп торған Стәрлетамаҡты ниңә Хеҙмәт даны ҡалаһы итеп күтәрмәҫкә? Ошо мәсьәләне ҡала Советына сығарырға уй бар.
– Бөйөк Ватан һуғышы ветеран-дарының да сафы көндән-көн һирә-гәйә. Ҡалабыҙҙа ла улар бик аҙ ҡалып бара...
– Әлеге ваҡытта ҡалала 16 инвалид, 33 һуғышта ҡатнашыусы йәшәй, шуларҙың 15-е – ситтән килгәндәр. Иң олоһона быйыл 3 майҙа 101 йәш туласаҡ. Ауырғазыла йәшәй ул. Һуғышта ҡатнашыусыларҙың 9 категорияһы бар. Беҙҙә – 1100 тыл хеҙмәткәре, улар ҙа бит Еңеүгә өлөш индергән, тик уларҙың хоҡуҡтары сикле тиергә була.
– «Һуғыш балалары» категорияһын булдырыу тураһында ла һүҙ бара, буғай...
– Беҙ был мәсьәлә менән Президентҡа мөрәжәғәт иттек, яуап булыр тип өмөтләнәбеҙ. Үткән быуаттың 30-сы йылдарында тыуған балалар хәҙер 80 йәште уҙҙы инде. Фәҡәт уларҙың иңенә 1946-1947-се йылдарҙағы аслыҡты күрергә, емерек илде тергеҙергә, заводтарҙа, төҙөлөштәрҙә, колхоздарҙа яу яландарында ятып ҡалған ата-бабаларын алмаштырырға тура килде. Ысынлап та, һуғыштан һуңғы йылдарҙа фән һәм мәҙәниәттең сәскә атыуы, индустриаль ҡеүәт, хатта космос үҙләштереүгә тиклем барып етеүебеҙ өсөн фәҡәт ошо быуынға бурыслыбыҙ. «Һуғыш балалары»ның ҡаҙаныштарын баһалап бөтөү мөмкин түгел. 22 төбәк «Һуғыш балалары» тураһында тейешле закондар ҡабул иткән. Беҙҙең федераль округ буйынса Мордовияла, Удмуртияла, Ульяновск, Ырымбур, Һамар өлкәләрендә «һуғыш балалары» статусы булдырылған. Республикала ла был статус индерелер, тип өмөтләнәм.
– 75 йыл үтһә лә, һуғыш шаңдауы һаман дауам итә кеүек...
– Һуғыш ваҡытында хәбәрһеҙ юғалған яҡындарын, туғандарын эҙләүселәр һаман да өмөттәрен юғалтмайҙар һәм дөрөҫ эшләйҙәр.Ҡалабыҙҙа Рәфил Заһретдинов етәкселегендәге эҙәрмәндәр ҙур эш алып бара. Ошо эш барышында улар беҙҙең хәбәрһеҙ юғалған хәрбиҙәрҙең һөйәктәрен алып ҡайтып күмделәр. Улар араһында Ларионов Николай Николаевич (1912 йылғы), Ляльков Петр Степанович (1911 йылғы), Бүләков Шакир Вәкил улы (1912 йылғы), Гудков Александр Андреевич (1905 йылғы), Голубев Никонор Федорович (тыуған йылы билдәһеҙ) бар ине. Форсаттан сығып, эҙәрмәндәргә ҙур рәхмәт белдерге килә.
– Бөгөн ҡайһы бер илдәр илебеҙҙең Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеү тари-хын «боҙоп» күрһәтергә маташалар...
– Ысынлап та, Көнбайыш, Балтика буйы илдәре агитация мәсьәләләрендә үҙҙәрен дә уҙҙырып ебәрәләр. Уларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, беҙҙең батырлыҡ ҡылған геройҙар «аҡылдан яҙған булғандар», имеш, ә концлагерҙар, йәнәһе лә, «хеҙмәт һәм ял» лагерҙары булған. Тик һуғыш йылдарында фашистарҙың бөтә Европала 55 концлагеры, 1082 – концлагерҙарҙың филиалы, 7025 хеҙмәт лагерҙары, 371 күсеп йөрөүсе һәм транзит лагерҙары, 2071 төрмә, 506 гетто, 2663 хәрби әсирҙәр өсөн лагерь, 80 хәрби-төҙөлөш ойошмалары лагерҙары булдырыуын онотоп ебәрәләр. Ошо һанап киткән 14033 пунктта 30 илдән 20 миллион кеше әҙәм ышанмаҫлыҡ шарттарҙа тотҡонда йәшәй. Шуларҙың 12 миллионы, шул иҫәптән 2 миллион бала азатлыҡты күрә алмай. Освенцимда һәм уның 39 филиалында ғына ла 4 миллион кеше, ә ҡалғандары башҡа лагерҙарҙа һәләк була. Был илдәргә фашизмды аҡларға түгел, ә, киреһенсә, тотҡонлоҡтағы мәхшәрҙе иҫтән сығармаҫҡа кәрәк. Беҙҙең иң мөһим бурысыбыҙ – йәш быуынға Бөйөк Ватан һуғышы тураһында дөрөҫлөктө еткереү. Бының өсөн ҡаланың бөтә ветеран ойошмаларына барлыҡ мөмкинлектәрҙе лә файҙаланырға кәрәк.
– Тәлғәт Абдулғәни улы, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыл-лығын лайыҡлы ҡаршыларға яҙһын!
Римма ҒӘЛИМОВА әңгәмәләште.
Читайте нас: