Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
4 Февраль 2020, 18:30

«Боронғо Өфө» музей-ҡурсаулығы өфөләрҙән иҫтәлекле әйберҙәре менән бүлешеүҙәрен һорай

«Боронғо Өфө» музей-ҡурсаулығы өфөләрҙе иҫтәлекле әйберҙәре менән бүлешергә саҡыра.

Музей «Сәләм» телеканалы менән «Ысын күңелдән бүләк» тигән берлектәге акция ойоштора.
«Һеҙгә һәм ғаиләгеҙгә ҡәҙерле булған иҫтәлекле әйберҙе музей-ҡурсаулыҡҡа тапшырһағыҙ, ул музей экспонатына, Башҡортостан тарихының бер өлөшөнә әүерелер. Ҡиммәтле ҡомартҡыны музейға бүләк иткән тарихи мәл төшөрөлөп, «Сәләм» телеканалында күрһәтелә», — тип хәбәр итте акцияны ойоштороусылар.
2021 йылдың ғинуарында музейға бүләк ителгән иҫтәлекле әйберҙәрҙән күргәҙмә әҙерләп асыу күҙаллана.
Белешмәләр өсөн телефон: 289-29-41.
Башинформ.
Читайте нас: