Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
5 Февраль 2020, 15:30

“Ғорурланабыҙ! Хәтерләйбеҙ! Хөрмәт итәбеҙ!”

Республикала Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған “Ғорурланабыҙ! Хәтерләйбеҙ! Хөрмәт итәбеҙ!” проекты старт алды.

Уның маҡсаты – Бөйөк ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм ундағы ваҡиғалар тураһындағы хәтерҙе мәңгеләштереү. Проект сиктәрендә бер-нисә патриотик сара ҡаралған. Республикалағы дан аллеялары, иҫтәлекле урындар, яугирҙар ерләнгән ҡәберлектәр төҙөкләндерелә, тематик автосәйәхәт, “Геройҙар диуары”республика акцияһы ойошторола, “Еңеүҙе яҡынайтҡан йөҙҙәр”тип аталған китаптар сығарыла. Шулай уҡ муниципаль берәмектәр өсөн конкурс ҡаралған.
“Рәсәй терәге” йәмәғәт ойошмаһынан Ләйсән Николаева “Ғорурланабыҙ! Хәтерләйбеҙ! Хөрмәт итәбеҙ! ”проекты сиктәрендә муниципаль берәмектәр араһында ойошторолған конкурс шартарын аңлата.
Проектта ирекмәндәр ҙә әүҙем ҡатнаша. Улар мемориалдар, ҡәберлектәрҙе таҙартыу, кәртәләү, буяу эштәрен башҡара.
БСТ.
Читайте нас: