Ашҡаҙар
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
5 Февраль 2020, 14:30

Республикала тыуым кәмей

Башҡортостанда тыуым кәмей, уны арттырыу өсөн 83,2 миллион һумдан ашыу бүленә.

Әйтәйек, 2019 йылдың 11 айында республикала 38 690 бала тыуған. Был 2018 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 4 720 сабыйға аҙыраҡ. Ул саҡта Башҡортостанда 47 010 бала донъяға килгән, 2017 йылда яңы тыуған сабыйҙар һаны 2 305-кә күберәк булған.
«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо күрһәткес буйынса әле республика түбән кимәлдә, шуға күрә беҙҙең алда тыуымды арттырырға тигән бик мөһим бурыс тора», – тине беренсе вице-премьер Андрей Назаров 4 февралдә хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.
Башҡортостан Республикаһы вице-премьеры – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һүҙҙәренсә, 2020-2024 йылдарға иҫәпләнгән ойоштороу саралары планына ярашлы, тыуымды арттырыуға йүнәлтелгән өҫтәмә саралар буйынса ярҙамсы репродуктив технологиялар ҡулланыу (ЭКО), шулай уҡ эмбриондарҙы криокүсереү, ҡатын-ҡыҙҙарға абортҡа тиклем консультациялар үткәреү (тәү сиратта, шәхси клиникаларҙа) өсөн бюджеттан 83,2 миллион бүлеү күҙ уңында тотола. Никахҡа инеүсе йәш парҙарға, ЗАГС органдарына ғариза биргәндән алып, бушлай медицина тикшереүен башлау күҙаллана.
Башинформ.
Читайте нас: