Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
6 Февраль 2020, 16:05

Һау-сәләмәт булғандарын — сығарырға, уҫалдарын — ҡалдырырға

Һау-сәләмәт булғандарын — сығарырға, уҫалдарын — ҡалдырырға: Ҡоролтай берәҙәк хайуандарға бәйле закон ҡабул итте.Башҡортостанда «Урындағы үҙидара органдарына Башҡортостан Республикаһының ҡайһы бер дәүләт вәкәләттәрен биреү тураһында» ҡараусыһыҙ йөрөгән хайуандар менән мөғәмәлә итеү хаҡында закон ҡабул ителде.

Республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа белдереүҙәренсә, закон хайуандар менән эште финанслау нормативтарын иҫәпләүҙең яңы методикаһын индерә.
«Йоғошло ауырыуҙарҙың таралыуына юл ҡуймау өсөн хужаһыҙ хайуандар һанын көйләргә кәрәк. Ләкин алымдар кешелекле булырға тейеш. Хәҙер һау-сәләмәт берәҙәк хайуандарҙы стерилләштерергә һәм элекке йәшәү урынына ҡайтарырға, ә үлемесле сирлеләрен мәжбүри йоҡлатырға кәрәк. Уҫалдары менән ҡатмарлылаҡ. Уларҙы тәбиғи мөхиткә сығарыу хәүефле, ә эвтаназияға дусар итеү – кешелекһеҙлек. Бындай хайуандарҙы ғүмерлеккә махсус приюттарҙа тоторға тейештәр. Ошо эш властың муниципаль органдарына йөкмәтелә, был финанслау күләмен яңынан ҡарауҙы талап итә», — тине Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев.
Бынан алда берәҙәк хайуандар һанын көйләүгә республика бюджетынан йылына 63,4 миллион һум бүленде. Башҡортостандың Ветеринария идаралығы баһаһы буйынса, законды үтәү өсөн биш тапҡырға күберәк – йылына 320 миллион һум самаһы кәрәк. Өс йылға иҫәпләнгән бюджетта бындай аҡса ҡаралмаһа ла, депутаттар законды ҡабул итте. Хәҙер Финанс министрлығы уны ғәмәлгә ашырыуға аҡса бүлергә тейеш, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышында.
Башинформ.
Читайте нас: