Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
7 Февраль 2020, 13:45

Бөгөн Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов тыуған көнөн билдәләй

Уға 86 йәш тулды. Мортаза Рәхимов 1993 йылдан алып Республиканы етәкләне. 17 йыл буйы президент вазифаһын башҡарҙы.

Рәхимов Мортаза Ғөбәйҙулла улы (7 февраль 1934 йыл) — Советтар Союзының һәм Рәсәйҙең хужалыҡ, дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты (12.12.1993 — 15.07.2010). Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов 1934 йылдың 7 февралендә Башҡорт АССР-ы Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында тыуған. Милләте — башҡорт.
1991 йылдың авгусында Мортаза Рәхимов РСФСР составындағы республикаларҙың Юғары Советтары рәйестәре ғаризаларына ҡул ҡуйҙы. Был ғаризала РСФСР-ҙың законлы һайланған власын, уның Конституцияһын һәм закондарын хуплауы, Ғәҙәттән тыш хәл буйынса дәүләт комитеты (ГКЧП) ҡарарҙарына һәм күрһәтмәләренә буйһонмау тураһында әйтелгәйне. Шул саҡта ул СССР халыҡ депутаттарының 17 мартҡа билдәләнгән съезында ҡатнашырға йыйынмауы хаҡында белдерҙе. Унда барыбер кворум булмай, тип иҫәпләне Рәхимов, сөнки элекке союздаш республикаларҙан депутаттар килмәй, шуға күрә съезд «ваҡыт уҙғарыу ғына була». «Мин Союзды тарҡатыуға ҡаршы», — тине ул саҡта Рәхимов. Ул Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе өсөн перспектива күрмәне, уны «уйлап сығарылған һәм йәшәүгә һәләтһеҙ структура» тип атаны.
Мортаза Рәхимов Башҡортостандың беренсе Президенты булып тарихҡа инде. Ул республикаға ике тиҫтә йылға яҡын етәкселек итте. Мортаза Ғөбәйҙулла улы бөгөн дә иҫән-һау һәм республика файҙаһына эшләүен дауам итә.
Тыуған көнөгөҙ менән, Мортаза Ғөбәйҙулла улы!

Читайте нас: