Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
7 Февраль 2020, 11:05

Башҡортостанда 300-ҙән ашыу пар 20 февралдә никахын теркәргә теләй

Был көн быйылғы иң матур даталарҙың береһе иҫәпләнә.

Һуңғы йылдарҙа өйләнешеүсе йәштәр араһында никах көнөн һандарға ҡарап һайлау модаға инде. 2020 йылда законлы никахҡа инеү өсөн иң популяр көндәрҙең береһе 20 февраль булмаҡсы.
ЗАГС хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, Өфөлә генә өйләнешергә теләгән йәш парҙар һаны 100-гә яҡын. Бер үк һандарҙан торған көндәр йәштәр араһында бик популяр. Йәштәр “2” һанын парлы һәм бер-береһен яратҡан йөрәктәр символы булараҡ ҡабул итә.
Читайте нас: