Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
7 Февраль 2020, 15:05

Башҡортостанда һәм Рәсәй төбәктәрендә «Урал батыр уты» этник мәҙәниәт марафоны уҙғарыла

Башҡортостан райондарында һәм башҡорт халҡы күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәрендә «Урал батыр уты» этник башҡорт мәҙәниәте төбәк-ара марафоны башланды.

Тейешле бойороҡҡа республика хөкүмәтендә ҡул ҡуйылды.
Проекттың инициаторы – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы. Марафон йыл буйына бара. Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы марафонды әҙерләү һәм үткәреү буйынса саралар планын әҙерләне. Уға профессиональ мәҙәниәт учреждениеларының гастролдәре, художестволы үҙешмәкәрлек саралары индерелде. Муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәренә марафонды ойоштороуҙа ярҙам күрһәтергә тәҡдим ителде.
Бынан алда «Башинформ» хәбәр иткәнсә, марафон ғинуарҙа Бөрйән районында асылды.
«6 мартта «Урал батыр уты» Һамарға килә, ә 10 мартта Балаҡатай районына күсә», — тип хәбәр иттеләр Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Башинформ.
Читайте нас: