Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
8 Февраль 2020, 16:10

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа демография мәсьәләләре ҡаралды

Былтыр республикала 42 мең сабый донъяға килгән. Был 2018 йыл күрһәткестәренән аҙыраҡ. Бөгөн илдәге власть органдары етәкселәре, белгестәр һәм ғалимдар ниндәй юлдар менән тыуымды арттырырға була тигән һорауға яуап эҙләй. Башҡортостан парламенты депутаты Римма Үтәшева белдереүенсә, ғаиләләрҙе бала табыуға дәртләндерергә кәрәк.

“Бөгөн үҫешкән илдәрҙә тыуым кәмей, артта ҡалған дәүләттәрҙә киреһенсә, балалар күп тыуа. Был ҙур мәсьәлә”, - ти Федераль социологик тикшеренеүҙәр үҙәгенең Башҡортостан филиалы директоры Рим Вәлиәхмәтов. Уның фекеренсә, демографияны яҡшыртыу өсөн халыҡ традицияларына таянырға кәрәк.
Республикалағы ғаиләләрҙең күбеһе дәүләт ярҙамы тураһында хәбәрҙар түгел. Был турала Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдерҙе. Башҡортостандағы 30-ға яҡын районда күп балалы ғаиләләр ергә һалым түләгәндә льгота менән файҙалана ала. Бер нисә районда милек һалымына ташлама яһала. Тыуымды арттырыу өсөн муниципалитеттарға ла ҙур яуаплылыҡ өҫтәлә. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары демография мәсьәләләре буйынса 21 апрелдә фекер алыша. Был көндө парламент тыңлауҙары үтә.
БСТ.
Читайте нас в