Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
10 Февраль 2020, 14:22

«Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» республика конкурсының финалына әҙерлек бара

4 мартта Өфөлә, «Торатау» конгресс-холында IV «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» республика конкурсының финалы була.

Конкурста республика райондарынан һәм ҡалаларынан, шулай уҡ башҡорттар йәшәгән Рәсәй төбәктәренән һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренән йәмәғәтселәр, әүҙемселәр һәм үҙ эшенең оҫталары булған ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша.
«Быйыл конкурсҡа 500 ғариза килде, уҙған йылда улар 300-гә яҡын ине. Конкурстың географияһы йылдан-йыл киңәйә, республиканың райондары уға әүҙем ҡушыла. Номинанттар араһында уҡытыусылар, оло быуын ҡатын-ҡыҙҙары күп», — тип хәбәр итте проект авторы, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина.
Конкурста 10 номинация: «Ҡатын-ҡыҙ — әсә», «Ҡатын-ҡыҙ – лидер», «Ҡатын-ҡыҙ — ғалимә», «Ҡатын-ҡыҙ — уҡытыусы», «Ҡатын-ҡыҙ — бизнес-леди», «Ҡатын-ҡыҙ — һөнәр оҫтаһы», «Ҡатын-ҡыҙ — йыл өлгөһө», «Өлкән йәштәге әүҙем йәмәғәт эшмәкәре», «Иң йәш йәмәғәт эшмәкәре», «Мәҙәниәттә ҡатын-ҡыҙ».
Ғәҙәттәгесә, конкурс ике этапта уҙғарыла – муниципаль һәм республика. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған финалда 10 номинацияның һәр береһендә бер нисә еңеүсе билдәләнә.
Еңеүселәр конкурстың төп наградаһы – Рәбиға Ҡушаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» миҙалы һәм бағыусыларҙан приздар менән бүләкләнә.
Конкурсты «Берҙәм Рәсәй» партияһы булышлығында Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте үткәрә. Быйыл конкурс республика башлығы грантына ойошторола.
Башинформ.
Читайте нас: