Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
11 Февраль 2020, 23:25

25 йәш ғалимға Башҡортостан гранттары тапшырыла

Фәндең төрлө тармаҡтарында инновация проекттары өҫтөндә эшләгән 25 йәш ғалимға 2020 йыл өсөн Башҡортостан Республикаһы гранттары тапшырыла.

Уларҙың һәр береһенә – 1 миллион һум. Республика башлығы Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйҙы.
Еңеүселәр исемлеге эштәрҙе махсус комиссия тикшергәндән һуң билдәләнде. Хөкүмәттең матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, еңеүселәр исемлеге республика гранттарына дәғүә итеүгә йәш ғалимдарҙың проекттар конкурсын уҙғарыу буйынса комиссия эше йомғаҡтары буйынса төҙөлгән.
Башинформ.
Читайте нас: