Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
11 Февраль 2020, 19:25

«СӘНҒӘТ ОҪТАХАНАҺЫ» АСЫЛДЫ

Китапханалар кәштә тулы ҡыҙыҡлы китаптарға ғына түгел, бында үткәрелгән саралар, төрлө тематик базалар өсөн нигеҙ булып тора. Миҫал итеп әйткәндә, «Ньютон лаб», электрон уҡыу залы, 3d принтерҙар, ә хәҙер Ленин проспектында урынлашҡан 3-сө китапханала «Сәнғәт оҫтаханаһы» эшләй башланы.

Яңылыҡ менән танышырға барғанда ниндәйҙер яңы күренештәргә тап булдыҡ. Баҡтиһәң, бында мөмкинлектәре сикле граждандар менән дәрестәр үткәрелә икән, беҙ барып ингәндә улар һөйләшеү оҫталығына өйрәнә ине. Ни өсөн кәрәк һуң бындай дәрестәр? Мөмкинлектәре сикле граждандарыбыҙ һәр ваҡытта ла сәхнәлә сығыш яһай алмай, был физик етешһеҙлектәр һәм башҡа ҡатмарлыҡтар арҡаһында килеп сыға. Шулай ҙа улар араһында ла ижадҡа әүәҫтәр бар, шиғыр һөйләйҙәр, йыр йырлайҙар. Китапхана нигеҙендә асылған «Сәнғәт оҫтаханаһы» был ижад емештәрен яҙҙырып алырға һәм уны яңы технологиялар ярҙамында таратырға ярҙам итә. Таҙа һәм матур һөйләшеүгә өйрәтеүсе дәрестәр тап ошо йүнәлеш өсөн кәрәк тә инде. Тауыш яҙҙырыу студияһын хәтерләткән был бүлмәлә, юғары сифатлы цифрлы форматта аудио яҙмалар яҙҙырыу мөмкинлеге булдырылған. Яңы йыһаз һатып алып, компьютерҙар, программалар ҡуйҙырып һәм бүлмәне махсус рәүештә әҙерләү РФ Дәүләт Думаһы депутаты Алексей Изотов һәм Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте ярҙамы менән булдырылған.

Китапханала ошоға тиклем дә төрлө йәштәгеләр менән оҫталыҡ дәрестәре, кисәләр, буккроссинг кеүек саралар ойошторолоп торған. Ә хәҙер инклюзив театр оҫталыҡ студияһы асылғандан һуң, китапханаға йөрөүселәр һаны тағы ла артасаҡ.

Оҫтахананы Дәүләт Думаһы депутаты Алексей Изотов, ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов, ҡала хакимиәте баш-лығы урынбаҫары Гөлшат Йыһаншина, ҡала Советы секретары Марина Матюхи-на килеп ҡараны. Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Әлфиә Әсфәндиәрова ҡунаҡтарға китапхана буйлап экскурсия ойошторҙо һәм оҫтахананың мөмкинлектәре тураһында һөйләне. Әлфиә Рәшит ҡыҙы һүҙҙәренсә, был оҫтахананың маҡсаты сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле граждандарға ярҙам итеүгә, йәмғиәттә уларға үҙ урындарын табыу өсөн мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелгән.
Студияла актерлыҡ оҫталығы, сәхнә телмәре, сәхнәлә хәрәкәт итеү буйынса дәрестәр үтеп тора. Был дәрестәрҙе алып барыусы Ольга Франц та мөмкинлектәре сикле граждандарға ижади һәләттәрҙе асыусы студияның әһәмитәле булыуы тураһында һөйләп үтте. Сөнки үҙ-үҙеңде ижади яҡтан күрһәтә алыу яңы көс һәм дәрт бирә, ниндәйҙер шөғөл менән мауыҡҡанда төшөнкөлөккә бирелеү онотола.
Замана, яңы йыһаз тиһәң дә, китапханала китап мөһим роль уйнай. Студияла шөғөлләнеүселәр, быны иҫбатлап, Еңеү көнөнә Мостай Кәрим-дең «Оҙон-оҙаҡ баласаҡ» әҫәре буйынса аудио спектакль әҙерләргә планлаштырғандарын һөйләне. Оҫта-ханала әҙерләнгән ижад емеше менән Еңеүҙең 75 йыллығына арналған парадҡа сыҡҡан мәлдә танышырбыҙ әле.
Автор фотоһы.
Читайте нас: