Ашҡаҙар
+6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
11 Февраль 2020, 21:25

ӨС ЯҢЫ БАЛАЛАР БАҠСАҺЫ КӨТӘБЕҘ

Ҡаланың яңы биҫтәләрендә балалар баҡсалары төҙөлөштәре дауам итә. Ошо көндәрҙә ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов өс балалар баҡсаһына барып, эштәр барышы менән танышып үтте. Яңы объекттар тапшырылғас, кескәйҙәр өсөн 440 урын булдырылыуы күҙаллана.

Көткән кешегә оҙаҡ тойолһа ла, балалар баҡсалары үҙ яйы менән ҡалҡып килә. Төҙөлөш август айында ғына башланыуға ҡарамаҫтан, Коммунистик урамындағы 80-89-сы йорттар араһында урынлашҡан балалар баҡсаһының киләсәктә ниндәй ҙурлыҡта булыуын, уның тышҡы йөҙөн билдәләп була. Был төҙөлөштө «СтройЦентр» компанияһы башҡара. Әлегә бында һыу, канализация тоташтырылған һәм электр, йылытыу линияһын монтажлауға әҙерләү эштәре тамамланған. Төҙөүселәр беҙ барғанда кирбестән фронтон һалыу, бинаның ҡыйығын төҙөү, тәҙрәләр ҡуйыу менән мәшғүл ине. Барлыҡ ҡаттарҙы ла ҡарап сыҡтыҡ, бында балалар уйнаясаҡ бүлмәләр, кабинеттар һәм тамашалар залы ҡайҙа буласағын танырға була. План буйынса ошо һәм 7Б Көнбайыш биҫтәһенең Артем урамында урынлашҡан тағы ла бер 90 урынлыҡ балалар баҡсаһы әлеге йылдың август айында әҙер булырға тейеш. Артем урамындағы был балалар баҡсаһында ла төҙөлөш әүҙем бара, бында ла фронтондар һалыу, ҡыйыҡ яһау өлөшөнә килеп еткәндәр. Канализация, һыу һәм йылытыу, электр селтәрҙәренә тоташтырыу буйынса килешеүҙәр әҙерләнгән.
Ә бына 4А микрорайонындағы 260 урынлыҡ балалар баҡсаһын төҙөүгә декабрь айында ғына тотонғандар. Ике ай ваҡыт эсендә буласаҡ балалар баҡсаһының нигеҙенә соҡор ҡаҙылған, әле монтажлау эштәре бара. Төҙөүселәр был объектты йыл аҙағына тапшырырға ниәтләй.
Ҡала хакимиәте башлығы Вла-димир Куликов үҙенең урынбаҫары Радик Ғәлиев менән был объекттарҙы ҡарап йөрөгән мәлдә, төҙөүселәр менән аралашып, һәр ваҡыт төҙөлөш сифатын һәм ҡуйылған сроктарҙың ваҡытында үтәлешен контролдә тотасаҡтарын әйтте. Ғөмүмән, ҡала хакимиәте башлығы буласаҡ балалар баҡсаларын йөрөп сыҡҡандан һуң ҙур етешһеҙлектәр тапманы һәм төҙөүселәргә үҙ тәҡдимдәрен әйтә барҙы.
– Яңы балалар баҡсалары ҡаланың үҫешкән биҫтәһендә йәшәүселәргә өҫтәмә урындар булдырасаҡ. Төҙөлөштәр яңы проекттар буйынса алып барыла, унда ҙур майҙанлы бүлмәләр, лифт ҡаралған, – тине Владимир Куликов эш сәфәренә һығымта яһап.
Автор фотолары.
Читайте нас: