Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
12 Февраль 2020, 14:30

Өфөлә 9 майҙа — Еңеүҙең 75 йыллығы билдәләнгән көндә хәрби парад була

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ветерандарға Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы тәүге юбилей миҙалдарын тапшырҙы. Республикала бөтәһе 22 мең ветеран һәм инвалид, уларға тиңләштерелгән кешеләр һәм тыл эшсәндәре бүләкләнә.

Ошо уңайҙан быйыл республикала бик күп саралар ойошторола, тип билдәләне Башҡортостан етәксеһе.
«Ләкин тәү сиратта беҙ һеҙгә һуғышта еңеүегеҙ, бөгөн тыныс шарттарҙа йәшәүебеҙ һәм балаларыбыҙҙы тәрбиәләүебеҙ өсөн рәхмәт әйткебеҙ килә. Осрашыу алдынан мин һеҙҙең биографияларығыҙҙы өйрәндем, күптәрегеҙ ун һигеҙ йәшен дә тултырмайынса фронтҡа алынған», — тине Радий Хәбиров.
Республика башлығы Бөйөк Ватан һуғышында Башҡортостандан 700 меңдән ашыу кешенең ҡтнашыуын, уларҙың 300 меңдән күберәге яу яланында ятып ҡалыуын хәтергә төшөрҙө. 278 яҡташыбыҙ Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булды. Республика биләмәһендә Башҡорт атлы дивизияһының ойошторолоуы — беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Радий Хәбиров ветерандарға атлыларыбыҙ дошманға ҡаршы һуғышҡан, легендар комдив Миңлеғәле Шайморатов һәләк булған Луганск Халыҡ Республикаһына сәфәре хаҡында һөйләне. Ул шулай уҡ Совет майҙанын төҙөкләндереү пландары менән уртаҡлашты. Унда сквер булдырыла һәм генерал Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыла.
Башҡортостан башлығы, оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, үҙҙәрендә көс табып, мәктәптәрҙә ҡаһарманлыҡ дәрестәре үткәргән ветерандарға рәхмәт белдерҙе.
9 майҙа Өфөлә хәрби парад була һәм Үлемһеҙ полк акцияһы ойошторола, тине Радий Хәбиров. Ул ветерандарҙы тағы бер тапҡыр ҡотлап, тәү сиратта ныҡлы һаулыҡ теләне.
«Барыһы өсөн дә рәхмәт, Өфөлә Еңеү парадында осрашырбыҙ», — тине республика етәксеһе.
Бөгөн республика башлығы менән осрашыуҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Рәис Рәхим улы Әбдрәшитов, Хәнәфи Әйүп улы Әйүпов, Григорий Михайлович Девятых, Владимир Иванович Егоров, Сәғит Ғәтиәт улы Ишбирҙин, Родион Григорьевич Лобанов, Тәкмилә Нәсибулла ҡыҙы Миңлеғолова, Сергей Петрович Оловянников, Әнүәр Канзел улы Талипов, Фаяз Ғабдрай улы Шәрифуллин ҡатнашты.
Бөтәһе лә 95 йәште үткән. Улар хәрби наградалар менән бүләкләнгән, күптәренең яралары бар, әммә шуға ҡарамаҫтан, рух күтәренкелеген юғалтмаған, һәм, уларҙың һүҙҙәренсә, Бөйөк Еңеүҙең юбилейын яҡшы кәйеф менән ҡаршыларға йыйына.
Башинформ.
Читайте нас: