Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
12 Февраль 2020, 20:30

Радий Хәбиров Шафран ауылындағы Туғандар ҡәберлегенә сәскәләр һалды һәм ветеранға телевизор бүләк итте

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Әлшәй районы буйлап эш сәфәре барышында Шафран ауылындағы Туғандар ҡәберлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалды. Бында 369 Бөйөк Ватан һуғышы яугире, өс Афған һуғышы яугире ерләнгән.

Шафранда 1942 йылдан алып һуғыш яланында яраланған һалдаттарҙы дауалау өсөн эвакогоспиталь эшләгән. Үлгән һалдаттар туғандар ҡәберлегендә ерләнгән. Һуғыштан һуң 1948 йылда был урын тимер ҡойма менән уратып алынған. 1972 йылда һалдаттарҙың исеме, тыуған һәм вафат булған йылы яҙылған 369 мемориаль плита ҡуйылған.
Радий Хәбиров ошонда уҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәшит Ғәлинур улы Ғөбәйҙуллин менән аралашты. Ул 1926 йылдың 8 июлендә Ниғмәтулла ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ете йыллыҡ мәктәптән һуң Дәүләкән педагогия училищеһында уҡыған, ләкин мохтажлыҡ кисергәнгә күрә уҡыуын туҡтатырға тура килгән. Балкан ауылына ҡайтып, колхозда төрлө эштәрҙә, һуңынан Әбдрәшит МТС-ында тракторсы булып эшләгән. 1944 йылдың мартында Рәшит Ғөбәйҙуллин армияға алынған, Кавказ аръяғы фронтына эләккән. Сталин немец ғәскәрҙәрен Баҡыға индермәҫкә тигән бойороҡ биргән. Артиллеристарға, аэростатчиктарға, прожекторсыларға дошман самолеттарын күҙәтеү бурысы ҡуйылған. Еңеү көнөн Баҡыла ҡаршылаған. Һуғыштан һуң «Межколхозстрой»ҙа, Өфө төҙөлөш ойошмаһында һәм 30 йыл тиерлек ауыл хужалығы идаралығының баш инженеры булып эшләгән. Рәшит Ғәлинур улының хеҙмәт стажы – 52 йыл.
Бөгөн Раевка ауылында йәшәгән ветеран төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша, уҡыусылар менән осраша. Ватан һуғышы ордендары, «Германияны еңгән өсөн», «Хәрби хеҙмәттәре өсөн», «Японияны еңгән өсөн», «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалдары, «Фронтовик» билдәһе менән бүләкләнгән.
Радий Хәбиров ветеранды 9 майҙа Еңеү парадында ҡатнашыу өсөн Өфөгә саҡырҙы, ныҡлы һаулыҡ, рух күтәренкелеге теләне һәм уға ҙур телевизор бүләк итте.
Башинформ.
Читайте нас: