-17 °С
Болотло
«Күргәндәрем яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Бында заманса ҡорамалдар ҙә, профессиональ колллектив та бар. Ләкин иң мөһиме – өмөттәре һүнә башлаған, ауыр йәрәхәтләнгән, инсульт кисергән кешеләрҙе аяҡҡа баҫтыралар. Оҫта ҡуллы табиптар коллективына һәм уларҙың яйға һалынған эше өсөн рәхмәт әйтке килә. Реабилитация үҙәгендә ябай кешеләрҙең дауаланыуы ҡыуаныслы – Блеореттан, Күмертауҙан, эшселәр, хаҡлы ялдағылар... Госпиталь етди иҡтисади мөмкинлектәре булғандар ғына дауаланған урынға әеүрелергә тейеш түгел. Асылда бында кешеләргә икенсе ғүмер бирелә. Республиканың беренсе Президенты Мортаза Рәхимлвҡа рәхмәт белдереүҙе дөрөҫ тип ҙанайым, сөнки уның ярҙамы ошондай үҙәк ойошторорға булышлыҡ итте», — тип билдәләне Радий Хәбиров госпиталде ҡарап сыҡҡандан һуң.
Башинформ.